“Байрам кисәһе заманса мультимедиа ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система менән йыһазландырыла. Юғары тиҙлектәге интернет аша дәртле тамашабыҙҙы сит өлкәләрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тура эфирҙа ҡарай ала. Программала халыҡтың һөйөүен яулап өлгөргән «Башҡортостан», «Бөрйән егеттәре», рус, татар, сыуаш, ҡалмыҡ, марий, чечен, ҡаҙаҡ халыҡ бейеүҙәре һәм башҡа хореографик композициялар көтөлә. Талантлы коллектив сәхнәгә беренсе тапҡыр ҡаҙаҡ һәм татар халыҡ бейеүҙәрен дә алып сыға”, – тип хәбәр итә Лиана Ямалетдинова, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең әҙәби бүлеге мөдире.
Бейеү театры ижадсылары матур, ялҡынлы бейеүҙәре менән тамашасыларҙы ҡыуандырып ҡына ҡалмай, улар аша күп милләтле халҡыбыҙ араһында татыулыҡты нығытыуға, һаҡлауға ла үҙ өлөшөн индерә.