Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Ноябрь 2020, 10:00

“Хазина” бейеүендә – сағыу милли образдар

Бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның “Хазина” тип аталған яңы бейеүе донъя күрҙе.

Быйыл бер төркөм һәләтле артистар, ижади төркөмдәр – Алтынай Вәлитов, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина, «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Зәйнетдин проекты һәм “Е7Е-mediа production” видеостудияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашлығында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән клиптар төшөрөргә ниәт белдергәйне. Был башланғыс республика етәкселеге тарафынан хуплау тапты һәм матди ярҙамға – грантҡа лайыҡ булды.
Кисә ютуб каналында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның “Хазина” тип аталған яңы бейеүе төшөрөлгән видеоклип донъя күрҙе. Бейеүсе был бейеүҙе ете төрлө милли кейемдә башҡара. Образдарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, сағыу һәм күркәм. Милли кейемдәр төрлө башҡорт ырыуҙарына ҡараған һәм төрлө йәштәге, төрлө дәрәжә биләгән ҡатын-ҡыҙҙар образын кәүҙәләндерә.
«Был бейеүҙә халыҡ бейеүҙәре элементтары менән заманса бейеү – контемпорари – хәрәкәттәре ҡатышып килә, – тип асыҡлай Миләүшә Хәйбуллина. – Клиптың ҙур өлөшөн бейеү менән бер рәттән кейем һәм биҙәүестәр ҙә тәшкил итә”.
Клип – тотош ижади төркөмдөң уртаҡ емеше. Этнограф Сәлимә Усманова, режиссер Батыр Ғәлимов, ҡуйыусы режиссер, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов, оператор Илнур Хәмиҙуллин бер команда булып эшләгән. Көйҙө Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестры башҡара. Клипты “Е7Е-mediа production” видеостудияһы төшөргән.
Халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ бай тарихын башҡорт ҡатын-ҡыҙының сағыу образдары аша сағылдырған әлеге ижади эш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды яҙамы менән тормошҡа ашырылған.
Клипты ҡарап, комментарий яҙып, “лайыҡ” ҡуйып, уны танытыуға һәм таратыуға һәр кемебеҙ булышлыҡ итә ала.
Фото: М.Хәйбуллинаның шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас