Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2020, 15:00

Саҡмағоштарға – яңы кинозал!

Федераль грант һәр төбәктә кинозал асыуға булышлыҡ итә.

Быйыл Рәсәй төбәктәрендәге кинозалдар тураһында хәстәрлек күреү йәһәтенән ойошторолған федераль конкурста республика алты грант отто. Уларҙың береһе Саҡмағошта ғаилә кинозалы барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк.
“Федераль конкурс еңеүселәре араһында беҙҙең райондың да булыуы ныҡ ҡыуаныслы хәл, – ти Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев. – Сифатлы, тейешле кимәлдәге ял итеү урындарының булыуы, берҙән, ауыл иҡтисады үҫешенең күрһәткесе булып тора, унан тыш, ялды ойоштороу алымдарының төрлөлөгө донъяға ҡарашҡа, айырыуса балалар менән йәштәрҙекенә, етди йоғонто яһай”.
Кинозал Балалар ижады үҙәге бинаһында урынлаштырыла. Грант ярҙамында 5 миллион һумлыҡ кино ҡорамалдары, уңайлы ҡәнәфиҙәр һатып алынған. Әлеге мәлдә 100 урынға иҫәпләнгән ҡәнәфиҙәрҙе ҡуйыу эштәре бара. 17 декабрҙә заманса кино залын рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Кинозалға бөтә район халҡы йөрөй аласаҡ. Уны асыуҙы Саҡмағош халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Ни өсөн тигәндә, иҫке кинотеатр бинаһы заманса талаптарға яуап бирмәй, унда ялды сифатлы, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу бик мөмкин түгел.
2019 йылда федераль гранттар ярҙамында республикала 10 кинозал яңыртылғайны. Быйылғы алты грант иһә Дәүләкән ҡалаһында – ике, шулай уҡ Иглин, Раевка, Саҡмағош һәм Стәрлебаш райондарында ла заманса кино залдары булдырыуға ярҙам итәсәк.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас