Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ноябрь 2020, 01:18

Уралтауҙан Ҡаф тауына шиғри сәләм осто

Әҙәми затҡа йүнәлеш күрһәткән ҡибла бар.

Башҡортостан менән Дағстан республикаларын әҙәби традициялар, рухи күперҙәр элек-электән бәйләй. Халыҡ ижадында Хазар диңгеҙе, тарихи мәғлүмәттәрҙә был даръяның телгә алыныуы боронғо замандан килһә, совет осоронда мәҙәни күперҙәр милли әҙәбиәттәрҙе күмәк кешегә таратыу, улар аша дуҫлыҡ, берҙәмлек идеяларын үҫтереү маҡсатында алып барылған. Дағстан тиһәләр, беҙҙең күҙ алдына иң беренсе бөйөк замандашыбыҙ Рәсүл Ғамзатов килеп баҫа. Тап уның шиғырҙары, бигерәк тә мәшһүр Марк Бернес йырлаған “Аҡ торналар” йыры аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Зирәк зиһенле, тәрән фәлсәфәле был шиғриәт, уның авторы хаҡында легендалар әле булһа тауҙар иленең үҙендә генә түгел, алыҫ-алыҫтарҙа йәшәй.


Балалар бында әҙәбиәт рухында үҫә


ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған ХХХIV “Аҡ торналар” халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестиваленә саҡырыу килеп төшкәс, әлбиттә, һәр әҙип һымаҡ, ҡыуаныстың сиге булманы, сөнки был төбәк менән беҙҙе һуңғы йылдарҙа әҙәби йолалар, мәҙәни саралар, фольклор байрамдары ғына түгел, ә Зәйнулла ишан исемендәге мәсет тә бәйләй. Был да – рухи бәйләнеш.
Бөтә донъя буйлап кеше ғүмерҙәрен ҡыйған зәхмәттән һаҡланыу сараларын күреп, юлға әҙерләндем. Яҙыусыны тағы ла нығыраҡ белергә теләһәң, уның тыуған яғында булырға кәрәк, тигән әйтем минең күңелдә күптән йөрөй. Ә Рәсүл Ғамзатов – туған телендә ижад итеп, бөтә донъяға “Минең Дағстаным” тигән китабы менән авар телендә өндәшеп, милләтенә, төбәгенә ғашиҡ иттергән шағир.
Юлдағы хәл-тороштарға әллә ни ҙур иғтибар бүлеп тормайым, сөнки халыҡтың ни тиклем донъяны яулаған сирҙең афәтен һаман аңлап бөтмәүе аэропортта уҡ күренеп тора ине. Битлек кейгәне – кейгән, кеймәгәне – юҡ. Юлға кескәй балалар менән сыҡҡандар, ә биштәр аҫҡан өлкән йәштәге туристарҙың, сәйәхәтселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ... Сентябрҙә ошо хәлдәрҙе күҙәтеп, октябрҙә, ноябрҙә илдә ни булаһын күҙаллап була ине. Һаҡланыу исем өсөн генә төҫлө, киң йәмәғәтселектә аңлау юҡ.
Дағстанға барып төшөү менән, ҡунаҡтар, сараға йыйылған халыҡ шағир исемен йөрөткән майҙанда урынлашҡан Р. Ғамза­товтың һәйкәленә сәскә һалды. Ул ҡаланың үҙәгендә Хазарға яҡын ғына ҡуйылған. Ошонда уҡ “Креатив” әҙәби клубы балалары менән осрашыу ойошторолдо. Балалар рус телендә шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Дағстан да, Башҡортостан кеүек, күп милләтле. Әммә дәүләт теле берәү, шуға күрә төрлө милләт балалары шағирҙың шиғырҙарын рус телендә уҡыуын аңланым.
Балалар баҫмаһының баш мөхәррире булараҡ, миңә улар Башҡортостан, ундағы тәбиғәт, яҙыусылар хаҡында һорауҙар бирҙе. Мин сарала ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләнем, телде бер аҙ төшөнөүселәр ҙә табылды. Был аңлашыла ла, сөнки төбәктә нуғай, ҡумыҡ халыҡтары йәшәй – улар төркиҙәр. II класс уҡыусыһы Әминә Алиғаджиеваның сығышы күптәргә оҡшаны. Уға “Аҡбуҙат” журналын бүләк иттем. Балалар Башҡортостан тураһында Урал тауҙары, Салауат Юлаев аша белә. Дағстандың халыҡ шағиры Әминәт Әбдел­манапова, ҡумыҡ шағирәһе Супиянат Мамаева ла был сарала ҡатнашты. Әйткәндәй, улар икеһе лә – балалар өсөн яҙған авторҙар.
Иртәгәһенә “Аҡ торналар” халыҡ-ара әҙәби фестивален асыу тантанаһы булды. Р. Ғамзатов исемендәге 50-се Махачкала гимназияһында беҙҙе шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ҡаршы алды. Бында бик шәп музей ҙа булдырылған.
Дағстандың халыҡ шағиры Магомед Ахмедов менән Башҡортостанда үткән байтаҡ сараларҙа ҡатнашҡаным бар. Ул – башҡорт еренең күптәнге дуҫы, уның үҙенең байтаҡ рухташ ҡәләмдәштәре лә беҙҙең төбәктән. Шәхсән прозаик үҙе Әмир Әминевкә сәләм­дәрен еткереп ҡалды. Ул шиғри нотала бай­рам сараһында ҡатнашыусыларҙы сә­ләмләп, Р. Ғамзатов фестивален асып ебәрҙе.
Рәсәй Яҙыусылар союзының беренсе секретары Геннадий Иванов Дағстанға бик күп тапҡыр килгәне бар. Әммә килгән һайын уны тап ошо мәктәптәге ижади мөхит, балаларҙың әҙәбиәт рухында үҫеүе һоҡландырыуын билдәләне. Ул балаларға Ғамзатовҡа арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Башҡортостан халҡы был яҙыусыны яҡшы белә, ул даими рәүештә әҙиптәргә бәйле сараларға килә.
“Московский литератор” гәзитенең баш мөхәррире, шағир, Дағстан әҙәбиәтен тәржемә иткән Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Иван Голубничий ҙа бында тәүге тапҡыр түгел. Әйткәндәй, ул – Рәсүл Ғамзатов исемендәге премия лауреаты. Урындағы музей, мәктәптең эшлекле етәкселегенә ул маҡтау һүҙҙәрен еткереп, шиғыр бағышланы. Ысынлап та, мәктәп һоҡланғыс! Унда һәр экспонат шағир менән бәйле, һәр стенд әҙәбиәт менән һуғарылған. Әйтерһең, белем усағы – үҙе бер музей. Балалар шиғриәт мөхитендә үҫә.
Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Владимир Крупинды бында “тере классик” тип йөрөтәләр. Бөйөк совет әҙәбиәтен тыуҙырған ҙур яҙыусыларҙың традицияларын дауам иткән әҙиптең сараны асҡанда әйтелгән нәсихәт һүҙҙәре киләсәк быуынға васыят кеүек тә яңғыраны: “Ошо әҙәби байлыҡты һаҡлап, уның менән рухланып, үҙегеҙ яңы әҫәрҙәр ижад итегеҙ!”

Шағир, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, Мәскәүҙә “Аҡ торналар” фестивален ойоштороусы Сергей Соколкин менән электән телефон аша танышбыҙ. Бергәләп “Дастан о Башкортостане” йыйынтығын әҙерләгәйнек. Талапсан, ярһыу шағир был юлы ла асылына тоғро ҡалды. “Был төбәктә тыуыу – үҙе яуаплылыҡ. Бында тыуып, шағир булмау мөмкин түгел!” – тине.

Брянскиҙан килгән шағир Владимир Сорочкин тәржемәсе лә. Хәйер, был төбәктә үҙенән-үҙе бер нисә тел белеү талап ителә торғандыр. Ул балаларҙы ижади фес­тивалдәрҙә, бигерәк тә тәржемә буйынса конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Нимә генә тимә, бары тик тәржемәләр аша беҙ донъя әҙәбиәтен, башҡаларҙың рухи донъяһын беләбеҙ, өйрәнәбеҙ.
Әйткәндәй, бөгөн дә башҡорт әҙәбиәте байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән. Беҙҙең донъя кимәленә сығарырлыҡ проза әҫәр­ҙәребеҙ ҙә, шиғриәтебеҙ ҙә, драматур­гиябыҙ ҙа, балалар әҙәбиәте өлгөләре лә, сатирабыҙ ҙа бар. Быны һис икеләнмәй әйтәм, сөнки Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге әҙәби, ижади форумдарҙа башҡорт әҙә­биә­тен баһалап әйткән фекерҙәрҙе лә, тормош ысынбарлығын, социаль пробле­маларҙы, рухи юғарылыҡты сағылдырған әҫәрҙәрҙең авторҙары менән бер заманда ижад итеп йәшәүемә мин генә түгел, башҡа төбәк, халыҡ яҙыусылары ла ыңғай ҡарашын белдерә. Кемгәлер өҫтөнлөк күрһәтмәҫ өсөн, айырым исемдәрҙе һанап тормайым. Ул хаҡта һөйләшеү булыр әле.


Дағстан яҙыусыларының ижад донъяһы


“Аҡ торналар” әҙәби фестиваленең сираттағы көнө Тарки-Тау итәгендәге шағир­ҙың ҡәберенә һәм М. Горький исемендәге Республика рус драма театры эргәһендәге һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып китте. Халыҡ күп, эҫе көндөң сағыу ҡояшы аҫтында Махачкала ситендә урынлашҡан зыяратҡа төбәктең яҙыусылары ғына түгел, халҡы ла йыйылды. Ошонда уҡ телмәр тотолдо, уның ижадының бигерәк тә бөгөн мөһимлеге, кәрәклеге тураһында фекерҙәр яңғыраны. Эйе, сыуалыштар заманында, ҡиблалар буталғанда тап ысын ҡиммәттәр, яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ хаҡында йөрәк түренән әйтелгән һүҙҙәрҙән кешеләрҙә йәшәүгә ышаныс, өмөт арта. Әҙәбиәт һәр дәүер үҙенең төп миссияһын – әҙәм балаларын аҡты ҡаранан айырырға өйрәткән зиһен һәм хис институты.
Тантаналарҙа Дағстан Республикаһы Халыҡ Йыйылышы рәйесе Хизри Шихсаидов, төбәк Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Анатолий Карибов, депутаттар корпусы вәкилдәре, мәҙәниәт министры Зарема Бутаева, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, Рәсәй һәм Дағстан Яҙыусылар союздары ағзалары, әҙиптең туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Артабан Дағстан Яҙыусылар союзына юлландыҡ. Бөйөк Рәсүл Ғамзатов эшләгән, ижад иткән был бина – үҙе бер ҡомартҡы. Уның бүлмәһе лә музей итеп эшләнгән. Шағир – был ижади ойошманың мәңгелек почетлы етәксеһе. Бында бар экспонат шулай уҡ уның тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай.
Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина менән күптән та­нышбыҙ. Уның хаҡында, башҡорт халҡына әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре тураһында яҙып сыҡҡаным да булды. Ул – Дағстан әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шағирә, сөнки төбәк шағирҙарын – Рәсүл Ғамзатовтан алып бөгөнгө авторҙарҙың әҫәрҙәренә тиклем рус теленә тәржемә итә. Ошонда уҡ беҙ күптәнге танышым, даргин телендә яҙған иҫ киткес талант эйәһе Әминәт Әбдерәшидова менән осраштыҡ. Ул Ҡаф тауында беҙҙең осорҙа барған яуҙарҙа туғандарын юғалтҡан. Ана шул һыҙланыу уның йөҙөнә, шиғриәтенә сыҡҡан! Әминәт – бик көслө шәхес тә!
Мамед Хәлилов та – күптәнге дуҫым. Ул шиғырҙарымды рус теленә тәржемә итте. Әйткәндәй, әллә үҙе төрки телле ха­лыҡ вәкиле булғанға, уның тәржемәләрен бик уңышлы тип таптылар. Авар шағиры Алиғаджи Магомедов та – урындағы халыҡтың тын алышын үҙ ижады аша биргән автор.
Супиянат Мамаева хаҡында ла күп яҙа алам. Ҡумыҡ шағирәһенең холоҡ-фиғеле лә беҙгә тартым. Әйткәндәй, мин уның әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә башта ҡысҡырып төп нөсхәһен уҡып сығам. Шулай яҡшыраҡ аңлашыла. Нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованы башҡортсаға шулай ауҙарҙым.
“Рәсәй – минең тарихым” музей комплексындағы ижад кисәһе үҙе Бөйөк Ватан һуғышына арналған урында үтеүе, “Аҡ торналар” менән ауаздаш булыуы күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте. Азат итеүсе яугир мемориалында тантаналы рәүештә “Аҡ торналар” фестивален рәсми асыу тантанаһы булды.
Һәр төбәк үҙенең яугирҙәрен данлап телгә ала. Был ерҙән дә бик күптәр Ватан һуғышына юлланған – 180 меңдән ашыу ир-егет яуға киткән, 80 мең тирәһе кире әйләнеп ҡайтҡан. Рәсүл Ғамзатовтың атаһы ла, әйткәндәй, Дағстандың халыҡ шағиры. Һәм тап Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙары менән ул халыҡ араһында тәрән һөйөү яулай.
Был мәлгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә яҙыусылар килеп еткәйне инде. Ижади десантҡа Мәскәүҙән бард, шағир Георгий Арустамьян, Санкт-Петербургтан шулай уҡ шағир, бард Николай Еремин, Ульяновскиҙан “Литературный Симбирскъ” журналының баш мөхәррире Елена Кувшинникова, Югранан шағир Кенәз Гочак, Ҡабарҙа-Балҡар Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир Моталип Беппаев, Ярославль Яҙыусылар союзы рәйесе, шағир, тәржемәсе Мамед Хәлилов, Ставрополь Яҙыусылар союзы рәйесе Александр Куприн килеп ҡушылды.
Сараны Дағстан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Анатолий Карибов асып: “Хөрмәтле ҡунаҡтар, ниндәй ҡатмар­лы мәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, бөйөк яҡташыбыҙға ихтирам һәм һөйөү күрһәтеп килгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Рәсүл Ғамзатовты үҫтергән изге ерҙә һеҙҙе тәбрикләйем! “Аҡ торналар” – ул Ғамзатов ижадына ғына түгел, ә яуҙа һәләк булған яугирҙәргә рәхмәт билдәһе лә. Был хаҡта шағир үҙе лә иҫән саҡта йыш ҡабатлай ине”, – тине.
Һәр сығыш яһаған яҙыусы, батыр ул­дарға, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан кешеләргә рәхмәт тойғоһон белдереп, шиғыр бағыш­ланы. Талғын ғына яңғырап торған “Аҡ торналар” йырының көйө оҙатыуында был сығыштар бик тә тәьҫирле тойолдо! 17 йыл элек Рәсүл Ғамзатов мәңгелеккә күскән, әммә ошо фестиваль йылдың-йылы бөтә донъянан шағирҙарҙы йыя һәм Ватан хисе менән һуғарылғандарға сикһеҙ рәхмәтен әйтә.
Сара кис Шиғриәт театрында рәссам Марат Ғаджиевтың “Киске яландар” күргәҙ­мәһендә дауам итте. Иҫ киткес ине был картиналар! Фарфор, графика, һүрәттәр тәҡдим ителде бында. Улар миңә нимәһе менәндер тау биттәренән бысып алынған кисерештәр һынланышын хәтерләтте.
Был эштәр – Марат Ғаджиевтың һигеҙенсе шәхси күргәҙмәһе. Уны төбәктә публицист та, “Тарки-Тау” китап күргәҙмәһен ойоштороусыларҙың береһе тип тә беләләр. Дағстанда, Бөтә Рәсәй буйынса, халыҡ-ара кимәлдә ул утыҙҙан ашыу күргәҙмә ойошторған. “Горцы” әҙәби-нәфис гәзитенең баш мөхәрриренең был күргәҙмәһе шиғыр байрамына бик килеште, сөнки шул уҡ сәнғәт юғарылығы һәм тауҙар һулышы ине.
Ошонда уҡ ҡатнашыусылар киске шиғыр табынын асыр алдынан бөйөк шағирҙар Александр Пушкин менән Рәсүл Ғамза­товтың һәйкәленә сәскә һалды. Шиғриәт театры директоры Елена Гарунова, театр белгесе Гөлизәр Солтанова, рәссамдар Таһир Ғапуров, Апанди Магомедов, Диана Ғамзатова сығыштарынан һуң һүҙ шағирҙарға бирелде.
Дағстандың халыҡ шағиры Магомед Ахмедов алып барған был шиғри тулҡынлы сара илаһи, милли моңдар даръяһына әүерелде. Рәсәй төбәктәре ижадсыларынан тыш, Дағстан шағирҙарынан Әминәт Әбдерәшидова, Бийке Ҡолонсаҡова, Космина Исрапилова, Индира Зөбәйерова сығыш яһаны.


Мин тауҙарға китәм!


Халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың ауылына барып еткәнсе, белмәйем, ниндәй бейеклектәргә күтәрелгәнбеҙҙер, әммә юлдағы тәбиғәттең матурлығын, хозур­лығын ябай тел менән генә әйтеп аңлатып булмай. Ысын мәғәнәһендә Башҡортостан кеүек гүзәл ер бар икән! Шуныһы ғәжәп: шағирҙың ауылы әллә күпме тауға үрләгәндән һуң йәнә бер тау башындағы тигеҙлектә урынлашҡан. Сикһеҙ яланға барып сығаһың, уныһы ла алыҫтан тауҙар менән уратылған! Ғәжәйеп матурлыҡ! Ирекһеҙҙән таңдан ошо юлдар килде күңелгә:

Мин тауҙарға китәм, улар мине

Бала саҡтан тарта үҙенә.

Һин ышанма анда берәүҙең

“Тауҙар ҡырыҫ” тигән һүҙенә.


Һин ышанма, “тауҙар һалҡын” тиеп

Әйтһә һиңә әгәр береһе.

Мин тауҙарҙа яҡты усаҡ күрҙем,

Мин тауҙарҙа тойҙом киреһен.


Мин Хоҙайға яҡыныраҡ инем

Менгән саҡта тауҙың үренә,

Шунан бирле бейеклектәр миңә

Нурға баҫҡыс кеүек күренә.


Шул көндәрҙән алып тауҙар мине

Эҙләп таба хатта төшөмдә.

Шул үрҙәрҙә тойҙо күҙәнәгем

Ерҙең беҙҙе тартыу көсөн дә.

Мин тауҙарға китәм, кисер мине,

Тартып тора тыны Уралдың.

Мин бөгөн дә толпар бышҡырыуҙан

Тауҙар ҡуйынында уяндым...
Цада ауылында тыуған шағир. Хунзах районы хакимиәте башлығы Нурмагомед Задиев ҡунаҡтарҙы, байрамға йыйылған халыҡты былай тип тәбрикләне: “Бөгөн Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнө. Мин тәрән ышаныс менән, уның һүҙе бөгөнгө һәм киләсәк быуын өсөн, төрлө милләт вәкилдәренә әхлаҡи маяҡ булып тора, тием. Ә уның исеме – Дағстан ғорурлығы һәм талисманы, байрағы һәм символы!” – тине. Шағир тыуған ерҙә хакимиәт башлыҡтары ла шиғри телмәр тота икән!
Шәхсән мине иң ҡыуандырғаны шул булды: ауыл балалары шағирҙың шиғыр­ҙарын авар телендә уҡыны. Шунда уҡ видеоға төшөрөп, “Аҡбуҙат” журналы сайтына ҡуйҙым. Балаларҙың туған телен белеүе бик хуп, тип маҡтау һүҙҙәре етке­рәм уҡытыусыларына. Әммә ул бигүк ҡыуанманы, сөнки “тап ошо сара өсөн ятлат­тыҡ, телде белеүселәр бик һирәк” тине.
Аяныслы күренеш! Рәсүл Ғамзатовтың теле Ер йөҙөнән юғалырмы икән ни? Был йәһәттән, Аллаға шөкөр, беҙҙең балалар башҡортса яҡшы белә бит! Хатта саф башҡортса өйрәтеп үҫтергән быуын ҙурайып килә. Республикала башҡорт телен үҫте­реүгә мөмкинлектәр асылғанда, беҙгә артабан да телебеҙ даирәһен киңәйтергә кәрәк.
Был ауылда Рәсүл Ғамзатов, Ғамзат Цадаса һәм Ғаджи Ғамзатов бюстарына сәскә һалдыҡ. Ғамзат Цадаса йәшәгән йорт-музейға сәйәхәт ҡылынды.
Фестиваль сиктәрендә сәфәрҙәр Дербент, Гуниб төбәктәренә лә ойошторола. Тап шағир ауылына юлланыуыма ҡыуанып бөтә алманым. ХХХIV “Аҡ торналар” халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивале тағы ла бер тапҡыр ысын һүҙ сәнғәтенең кимәлен күрһәтте. Кешелек бары тик ошо юлдан барһа ғына, иманынан яҙмаҫ! Әҙәбиәт – ул әҙәми затты өйрәнгән генә түгел, уға йүнәлеш күрһәткән, хис-фекерҙәрен сарлаған, таҙартҡан ҡибла. Маяғыбыҙ шиғыр булһын!


Милли шиғриәттең үҙ моңо


Ғәләмәт ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ул тәржемә сәнғәте. Уның аша һин, әйтерһең, бөтөнләй үҙеңә таныш булмаған халыҡтың, дәүләттең эске йөҙөн асҡандай булаһың. Үҙ ваҡытында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов юҡҡа ғына: “Тәржемә – ул, әйтерһең, кешенең баш һөйәге аша йөҙөн, ҡиәфәтен, хатта алыҫ ата-бабаһының холҡон һәм психологияһын, уны уратып алған донъяны һәм көнкүреште тергеҙеү ул”, – тип юҡҡа яҙмаған, күрәһең, сөнки башҡа милләт шағирәләренең әҫәрҙәре аша, ысынлап та, иң тәүҙә уларҙың милли һыҙатын, асылын эҙләнем, барланым, нимәлер таптым.
Дағстан шағирҙарын байтаҡ тәржемә иттем мин. Бигерәк тә күптәре менән шәхсән осрашып күрешкәндән һуң, рухи бәйләнештәр тағы ла нығый. Бөгөнгө ижади сәфәрем хаҡындағы мәҡәләмде Дағстан шағирҙарының балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙған шиғырҙары менән тамамлаһам, моғайын, урынлы булыр.


Дағстан Республикаһы.
Читайте нас