Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙен нимә хайран итеүе хаҡында белдергән.
"Күпме һөйләргә мөмкин... студияға һөйөүем хаҡында?! Сикһеҙ! Һәр саҡ үҙемә: "Бөттө. Мине башҡаса бер нисек тә хайран итә алмайһығыҙ", - тием һәм, бәхеткә күрә, яңылышам", - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә музыкант.
Һүҙ йырсының Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан тауыш яҙҙырыу студияһы тураһында бара. Күрәһең, йырсыны был маҡсатта ҡулланылған музыкаль ҡорамалдар ныҡ хайран ҡалдырған, һоҡландырған.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.