Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2020, 10:15
Халыҡ шағирына арнала
7-11 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев көндәре үтә.
7-11 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев көндәре үтә.
Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән был сара онлайн тәртиптә уҙасаҡ. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлығы.
Рауил Бикбаев көндәре сиктәрендә “Иң яҡшы асыҡ дәрес” конкурсы планлаштырылған. Бәйгелә шағирға арналған иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре билдәләнәсәк. Был конкурстан тыш, тағы ла йәш ҡәләм тирбәтеүселәр араһында шиғриәт бәйгеһе ойоштороласаҡ, теләгәндәр Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрен яттан һөйләп тә көс һынаша ала.
Саралар теҙмәһендәге ғилми-ғәмәли конференция Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәргә арнала, унда был өлкәнең тарихына, башҡорт теленә лә иғтибар бүленәсәк.
Был конкурстарҙа һәм сараларҙа Ырымбур өлкәһендәге белем биреү йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала.
Уларҙың эштәре
rt_bikbaev@mail.ru
электрон почтаһына башҡорт телендә (шул иҫәптән башҡорт теле диалекттарында) һәм рус телендә ҡабул ителә.
Рауил Бикбаев көндәренә йомғаҡ 21 декабргә тиклем Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫыласаҡ.
Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"