Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 16:00

Башҡорт менән балҡар араһын яҡынайтып

Танылған шағирә Лариса Абдуллинаның шиғырҙары балҡар телендә сыҡҡан “Минги-тау” журналында баҫылды.

Танылған башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллинаның шиғырҙары балҡар телендә сыҡҡан “Минги-тау” журналында баҫылған.
Шәлкемгә 10-лап шиғыр ингән, уларҙы танылған шағир, тәржемәселәр Исмаил Байтуғанов, Сәкинәт Мусаҡаева, Темирлан Жашуевтар тәржемә иткән. Баш һүҙҙә С. Мусаҡаева башҡорт шағирәһенең ижады, шулай уҡ халыҡтар араһындағы мәҙәни-әҙәби бәйләнеште нығытыуҙа тәржемәнең әһәмиәте тураһында һөйләй.
“Минги-тау” журналы 1958 йылдан алып сығарыла.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас