Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 16:57

Белемле, талантлы, таһыллы ул Мәскәүҙәге милләттәштәр!

Аралашыу өсөн ҡулай мөхит бар.

Ошо көндәрҙә “Башҡортостанда Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре” тип аталған үҙенсәлекле сара булды. Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, ул Zoom платформаһында видеокәңәшмә алымында ойошторолдо.


Иң тәүҙә сарала ҡатнашыу­сыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы исеменән Мәскәү баш­ҡорттары ҡоролтайына әүҙемлек күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Милләттәштәребеҙ менән осра­шыуҙарҙы, шул иҫәптән онлайн-конференцияларҙы быға тиклем башлыса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштороп килде. Был осрашыу иһә тулыһынса Мәскәү баш­ҡорт­тары башланғысы менән уҙа. Тиҙ­ҙән халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә байрамды – Башҡорт теле көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Унда Мәс­кәү башҡорттары ла әүҙем ҡушылыр, тип ышанабыҙ. Бындай осрашыуҙар – телебеҙҙе, мәҙәниә­тебеҙҙе танытыуҙың бер ысулы, – тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.
Ул шулай уҡ конференцияла ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты һәм Президиумы тарафынан эшләнгән Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тигән документ менән танышып, уға ҡарата фекерҙәр, тәҡдимдәр етке­реүҙе һораны. Эльвира Айытҡо­лова киләһе йылда үтәсәк мөһим сараға – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ла айырым туҡталды.
– Был кампанияға һәр йәһәттән әҙерлек дауам итә, беҙҙең ҡорол­тай республика биләмәһендә лә, унан ситтә лә маҡсатлы эштәр алып бара. 2010 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙенең милләтен башҡорт тип иҫәпләгән кешеләрҙең 75 проценты ғына туған теле тип башҡорт телен һанауы хаҡында белдерҙе. Был йәһәттән уйланырға урын бар, – тине башҡорт ҡоролтайы Президиумы рәйесе.
Артабан Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы әүҙемселәре төрлө темаларға арналған лекциялар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт йәмәғәт­селегенең әүҙем вәкилдәре – ғалимдар, филологтар, спортсылар, юристар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары бар ине. Сығыш яһаусылар үҙҙәренең шәхси тәжри­бәһе менән уртаҡлашты, ҡаҙаныш­тары тураһында һөйләне. Һәр сессияла бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, мәғлүмәти йәһәттән яңылыҡ бирерҙәй сығыштар тәҡдим ителде.
Мәҫәлән, яман шеш менән ауырыған пациенттарҙы берләш­тергән “Һаумы!” тип аталған ассоциация етәксеһе Әнүзә Мырҙа­баева “Онкомаяҡ” проекты менән таныштырҙы. Ул яман шеш менән көрәшкән кешеләргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам, был сиргә сәбәпсе булған факторҙар, табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәүҙең хәүефе хаҡында һөйләне. Мәғлү­мәти һәм психологик ярҙам сирлегә лә, уның туғандарына ла кәрәк, тип иҫәпләй ул.
– Был ауыр кисерештәрҙе үҙем дә йөрәгем аша үткәрҙем: биш йыл элек атайым яман шеш менән ауырыны. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек федераль структураларҙа эш тәжрибәм бул­ғанға күрә, яман шештән яфа­лан­ған сирлеләргә нисек ярҙам итергә икәнен беләм. Минең “Онкомаяҡ” тигән проектым бар. Сирлеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә булыш­лыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойошманың 8-800 302 90 45 телефоны аша “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, мәғлүмәти ярҙам алырға мөмкин. Белгестәр кемгә мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә, табип-онколог менән кәңәшләшергә, юридик һәм психологик ярҙам алырға булышлыҡ күрһәтә, – тине Әнүзә Мырҙабаева.
Билдәле скульптор, уҡытыусы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ҡатнашыусыларға һәй­кәл сәнғәтенең теле, башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге хаҡын­да уйҙарын еткерҙе. Салауат Александр улы шулай уҡ үҙенең башҡортлоғон танып аңлау тарихы хаҡында ла бәйән итте.
– Мин әллә ни йәш кеше түгел инде, ә бына башҡорт булараҡ йәш­мен. Аҙаҡҡы йылдарҙа мин тамырҙарымды тәрәнерәк өйрәнә башланым, шәжәрәмде төҙөнөм. Ижадымда милли һыҙаттар, орнамент кеүек биҙәктәр асыҡ һынлан­маһа ла, һәр саҡ булған кеүек. Баш­ҡорт һәйкәл сәнғәтенең килә­сәге бик бай. Милләттәштәребеҙ араһында скульпторҙар һәм, ғө­мүмән, ижадсылар күберәк булһын өсөн, беҙ барыһын да эшләрбеҙ, – тип белдерҙе Салауат Щербаков.
Бөтә донъяның дистанциялы алымда эшләүгә күсеүен, йәнле аралашыуҙың кәмеүен иҫәпкә алғанда, Гөлнара Ибраҡованың сығышы үтә файҙалы булды. Бөгөн Гөлнара Мәскәүҙә телмәр оҫталығы буйынса дәрестәр алып бара, диктор булып эшләй.

– Телмәр имиджы һәр беребеҙгә кәрәк. Бөгөнгө заманда, мес­сенд­жерҙар аша яҙышыу ныҡ тарал­ғанда, ул айырыуса көнүҙәк була бара. Ҡыҙыҡһыныуҙар һәм ара­лашыу мөхите тарая бара, ваҡыт етмәй, һөйләшеүҙәр “Сәләм! Хәлдәр?“ кимәленә тиклем ҡыҫ­ҡара. Шуға телмәр оҫталығын камиллаштырыу бик кәрәк, ул һеҙҙе башҡаларҙан ныҡ айырып торасаҡ, – тип белдерҙе Гөлнара Ибраҡова.
Ул үҙе алып барған тренингтарға милләттәштәребеҙҙең бик аҙ йөрөүен, башлаған хәлдә лә бик тиҙ ташлауҙарын белдерҙе. Ә бит бөгөнгө ише мультимәҙәни мөхиттә үҙеңде лайыҡлы танытыу бик мөһим, яҡшы телмәр имиджы кешегә ышаныс, ныҡлыҡ өҫтәй.
Илфат Әмиров – Күмертау ҡала­һында тыуып үҫкән ябай баш­ҡорт егете. Бөгөн ул киң билдәле ММА көрәшсеһе, илебеҙҙең баш ҡа­лаһында бер нисә шәхси спорт клубы бар. Ул бала саҡтан дзюдо һәм ҡул көрәше менән мауыға. Мәскәүгә күскәс, ҡатнаш алыш менән етди шөғөлләнә башлай һәм ошо спорт төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшә.
“Шәхси спорт клубын асыу хыялы менән күптән яна инем. Уны тормошҡа ашырырға, инвесторҙар йәлеп итергә спорттағы уңыш­та­рым, яуланған исемем ярҙам итте. Бөгөн Мәскәүҙең үҙәгендә клубым эшләй һәм ул баш ҡалалағы иң абруйлы клубтарҙың береһе иҫәпләнә. Бында профессиональ спортсылар шөғөлләнә. Икенсе клубым фитнес-зал форматында, унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. Оҙаҡламай өсөнсө клубым асыласаҡ. Ниндәйҙер хыялды тормошҡа ашырыу өсөн теләк кенә әҙ, ошо хыял менән янырға, уға табан барырға кәрәк”, – тине сығышында Илфат Әмиров.
Шул уҡ ваҡытта Илфат та, Мәскәүҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәүгә ҡарамаҫтан, уның клубына башҡорттарҙың әҙерәк йөрөүен билдәләп үтте. Ә яҡташтары өсөн ул айырым ваҡыт бүлгән, әлегә унда ундан ашыу ғына кеше йөрөй. Башҡорт йәштәре менән ара­ла­шыу­ҙан файҙаланып, спортсы улар­ҙы әүҙемерәк булырға, маҡ­саттарына ынтылып йәшәргә саҡырҙы.

Ил кимәлендә абруйлы уҡыу йорттарының береһе һаналған Юғары иҡтисад мәктәбе (ВШЭ) доценты, юридик фәндәр кандидаты Булат Нәжметдинов “Рәсәйҙә юридик белем биреү” тураһында сығыш тәҡдим итте. Был өлкәлә белем алыуҙың үҙенсәлектәренә, уҡырға инеү нескәлектәренә, бюджет урындарына ҡағылышлы файҙалы мәғлүмәттәр еткерҙе.
М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина сығышында тәбиғи билингвизм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, туған телде өйрәнеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр менән таныштырҙы.
– Билингвизм – ике теллелек, кеше ике телде бер иш кимәлдә белһә лә, улар менән тигеҙ бул­маған шарттарҙа файҙаланыуы ихтимал. Был күренеште Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың туған тел­дәренә бәйле күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, ғаиләлә, мәктәптә, социаль сел­тәрҙәрҙә туған телебеҙҙә ара­лашабыҙ, ә һөнәри эшмәкәрлек һәм башҡа тармаҡтар рус теле аша башҡарыла. Билингвизм – ул өҫтөнлөк һәм беҙ балаларыбыҙға ошо өҫтөнлөктө бирергә тейешбеҙ. Ике телде белеүселәрҙең аҡыл ҡеүәһе бер генә тел белгәндәрҙән юғарыраҡ: улар ижади ҡарашлы, хәтерҙәре яҡшыраҡ, тиҙерәк уйлай. Тәбиғи билингвизм шарттарында тел йәшәйеш барышында үҙләш­терелә, ә көсләп өйрәтелмәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү тышҡы һәм эске мотивация менән бәйле. Тышҡы мотивация кешенең ғаиләһе, уҡыу йорто, власть органдары тарафынан булдырылған шарттар арҡа­һында тыуа. Шул уҡ ваҡытта эске мотивация ла мөһим. Был кешенең үҙенең теләгенә, маҡсатына бәйле, шуға күрә ата-әсә балалары бәлә­кәй саҡта ошо мотивацияны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Тәү­ге өс йыл – сабый өсөн тел өйрәнеүҙә иң яҡшы мәл. Өс йәштән ун йәшкә тиклем һәләттәрҙе үҫте­рергә кәрәк. Шулай уҡ милли мөхиттең булыуы бик мөһим. Әгәр аралашыу өсөн ҡулай мөхит бул­маһа, беҙ уны үҙебеҙ ойошторорға мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙә беҙ шундай мәҙәни “утрауҙар” булдырып, балаларға башҡорт телендә аралашыу мөмкинлеге тыуҙы­рабыҙ, – тине үҙ сығышында Ләйсән Әхмәҙуллина.
Дөйөм алғанда, был сара иле­беҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тиңдәр араһында тиң булыуын, үҙҙәрен халҡыбыҙҙың лайыҡлы, белемле, талантлы, таһыллы вәкилдәре итеп танытыуын, төрлө тармаҡтарҙа уңыштарға өлгәшеүен асыҡ күрһәтте.
Читайте нас