Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 17:19

“Хазина” бейеүе – милли кейемдәр хазинаһы

Халҡыбыҙҙың бай мираҫы бар

Быйыл бер төркөм һәләтле артистар, ижади төркөмдәр – Алтынай Вәлитов, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина, “Арғымаҡ”, “Бишбармаҡ”, “Darman” төркөмдәре, Зәйнетдин проекты һәм “Е7Е-mediа production” видеостудияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашлығында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән клиптар төшөрөргә ниәт белдергәйне. Был башланғыс республика Башлығы тарафынан хуп­ланды һәм матди ярҙамға – грантҡа лайыҡ булды.


Һәм бына аҙна башында You Tube каналында Фәйзи Ғәскә­ров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған артисы Миләүшә Хәй­буллинаның “Хазина” тип атал­ған өр-яңы бейеүе төшөрөлгән видеоклип донъя күрҙе. Бейеү бик уникаль күренеш булды, сөнки Миләүшә уны ете төрлө милли кейемдә башҡара. Улар төрлө башҡорт ырыуҙарына ҡараған һәм төрлө статустағы: йәш ҡыҙ, ир ҡатыны образдарын кәүҙәләндерергә ярҙам итә.

“Был бейеүҙә халыҡ бейеү­ҙәре элементтары менән за­ман­са бейеү – контемпорари – хәрәкәттәре ҡатнашып килә, – тип аныҡланы М. Хәйбуллина. – Клиптың ҙур өлөшөн бейеү генә түгел, кейем һәм биҙәүестәр ҙә тәшкил итә”.
Клип – тотош ижади төр­көмдөң уртаҡ емеше. Этнограф – Сәлимә Усманова, режиссер – Батыр Ғәлимов. Ҡуйыусы режиссеры, фотографы – Эдуард Дилмөхәмәтов. Көйҙө Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостан халыҡ инструменттары милли оркестры баш­ҡара. Операторы – Илнур Хә­миҙуллин. “Е7Е-mediа production” видеостудияһы төшөргән.
Башҡорт халҡының күп быуатлыҡ бай тарихын баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙының сағыу образдары аша яҡтыртҡан әлеге ижади эш Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы булышлы­ғында башҡарылған. Башҡорт­остандың Граждандар йәмғиә­тенә булышлыҡ итеү фонды грантынан финансланған.
– Электән халҡыбыҙҙың милли кейемдәренең төрлө­лөгөн күрһәтеү идеяһы менән яна инем, сөнки сәхнәлә ул нисектер бер төрлөрәк булып ҡалып­лашҡан да, кеше бары шундай ғына милли кейемде күҙ алдына килтерә. Ә беҙҙең милли костюм бик бай һәм күп төрлө, – тип һөйләй Миләүшә Хәйбуллина.
– Беҙгә грант биреп, ярҙам итеп тороуҙары был уйҙы тор­мошҡа ашырырға тағы ла ны­ғыраҡ дәртләндереп ебәрҙе. Төрлө йәштәге кеше­ләргә, йәштәргә лә ҡыҙыҡлы, заманса булһын өсөн, башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен модерн стилен­дәгеләр менән ара­лаш­тырҙыҡ, – тип дауам итә ул. – Халҡы­быҙҙың бай мираҫын ошо бер бейеүҙә күрһәтергә ярҙам иткәне өсөн талантлы этнограф Сәлимә Усмановаға ифрат рәхмәт­лемен. Быға тиклем ошо уйымды әйтә килдем, әммә уны тормошҡа ашырырға баҙнат итмәйерәктәр ине, ә Сәлимә бер икеләнеүһеҙ тотондо. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының милли кейеме буйынса күп мәғлүмәт туп­ланы, өйрәнде, – тине бейеүсе. Үҙе менән бергә ихлас дәрт­лә­неп, ошо хазиналай бейеүҙе тыу­ҙырған башҡа ижади төр­көмдәштәренә лә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Хазина” бейеүен You Tube каналына инеп ҡарап, комментарий яҙып, “лайыҡ” ҡу­йып, уны популяр­лаш­ты­рырға һәр кемебеҙ булышлыҡ итә ала. Милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү­гә өлөш индерәйек!


Сәлимә УСМАНОВА, БР Милли музейы этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, бейеүҙәге ҡатын-ҡыҙ кейемдәре буйынса аңлатма бирҙе:

“Хазина” бейеүендә ете башҡорт ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының образы кәүҙәләндерелде.
– Төньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Ҡатай ырыуы (Балаҡатай районы). “Элмә теген” йә тамбур сигеүле алъяпҡыс – элек уны йәш ҡатындар һәм ҡыҙҙар кейгән; күлдәк; тәңкә, ынйы бөртөк­тәре менән биҙәлгән бәрхәт ҡалпаҡ, француз яулыҡ; “муйса” биҙәүесе һәм күн итек.
– Көньяҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Үҫәргән ырыуы (Ейәнсура районы). “Вәл” йәки дебеттән бәйләнгән селтәр шәл. Ҡашмау – баш кейеме, уны кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ кейгән; селтәр; сарыҡ; етен туҡыманан елән; күлмәк (диалект һүҙе – С.У.).


– Урал аръяғы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Ҡалмаҡ ырыуы (Ҡурған өлкәһе). “Инес”, ҡушъяулыҡтың ситенә тегелгән нағышлы таҫма. Яға; ҡабартып сигелгән күлмәк; камзол һәм тула сарыҡ.
– Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Бөрйән ырыуы (Баймаҡ районы). “Түшелдерек” йәки “алмиҙеү” – шыр тәңкәнән генә торған биҙәүес. Әҙепләп тегелгән балитәкле сатин күлдәк; камзол; сәскәле яулыҡ; туланан сарыҡ.
– Көньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Мең ырыуы (Дәүләкән районы). “Ҫаҡал” (шулай уҡ диал. һүҙе – С.У.) – Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙарының мәрйен, тәңкәләрҙән торған биҙәүесе; ҡашмау; ҡара сатин елән; ҡыҙыл сатин күлмәк; аҡ сәкмән.
– Төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Йылан ырыуы (Туймазы районы). Хәситә; сүпләп сигелгән итәкле киндер күлдәк; алъяпҡыс; уҡалы иҙеү; француз яулыҡ; ҡыҙыл күн ситек.
– Инйәр буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, Ҡатай ырыуы (Биләрит, йәғни Белорет районы). Таҡыя – ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме; Инйәр һаҡалы; камзол; ҡыҙыл етен күлдәк”.
Читайте нас