Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның аҙна башында Ютуб каналына ҡуйылған “Хазина” клибы тураһында яҙғайныҡ. Бейеүсе унда ете төрлө милли кейемдә сығыш яһай. Улар башҡорт халҡы йәшәгән ете төбәк, ырыу үҙенсәлектәрен сағылдыра. Эш Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында башҡарылған.
“Хазина” клибы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һәр кем ундағы кейемдәрҙең тарихын ишеткеһе, ниндәй ырыу ҡатын-ҡыҙҙары кәүҙәләндерелгәнен белгеһе килә. Шуға ла “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Миләүшә бейеүҙәге һәр образға аңлатма биреп бара башланы.
Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Шулай итеп, беренсе образ – Ҡатай ырыуы һылыуы.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме (Балаҡатай районы).
Күлдәк һәм алъяпҡыс тамбур менән сигелгән.
Француз яулыҡ ябылған ҡалпаҡ.
Алъяпҡысты борон йәш ҡатындар, ҡыҙҙар бәйләгән. Башта ул эш кейеме булып иҫәпләнгән, ә тора-бара кәләштең туй кейеме атрибутына әйләнгән. Хәҙер төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ алъяпҡысты эш өҫтөндә лә, байрамса итеп тә тегеп кейә.
Был күркәм милли кейемде танылған оҫта – Балаҡатай районы Билән ауылында йәшәгән Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Әхтәмова теккән. Ул “Тамбур” декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ студияһында шөғөлләнә.
Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең бөгөнгө “Йома” һанында “Хазина”лағы ете образ да этнограф С. Усманова комментарийы менән донъя күрҙе.
Фото М. Хәйбуллинаның сәхифәһенән.