Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ноябрь 2020, 17:30

Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме?!.

Ижад офоҡтары киңәйә.

Сибай гимназия-интернатының иң матур йолаларының береһе – йәш ижадсылар бәйгеһе уҙғарыу. Был күркәм сара быйыл 25-се тапҡыр ойошторолдо. Егерме йыл рәттән ижад бәйгеһе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ойошторола. Тәүҙә ул Сибай ҡалаһы уҡыусылары араһында үткәрелә ине, һуңғы йылдарҙа конкурс төбәк кимәленә сыҡты.


Коронавирус пандемияһын иҫәп­кә алып, бәйгене ойоштороу­сылар был юлы конкурсант­тарҙың эштәрен онлайн тәртибендә ҡабул итеп, дистанцияла еңеүселәрҙе билдәләне.
Сибайҙа “Ап-аҡ ҡарҙар” тип атал­ған ижад бәйгеһенең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул йылдарҙа Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ға­рипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Ул йылда ни өсөндөр ҡар һуң яуа, декабрь буйы халыҡ ҡар яуғанын көтөп арый. Сираттағы ултырышта Таң­сулпан Хизбулла ҡыҙы, түңәрәк ағзалары менән бергәләп “ергә ҡар яуыуын теләп”, “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡар яуыуын теләйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусы­лары араһында ижад конкурсы үткәрергә ҡарар итә һәм ул “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме менән дауам итә.
Артабан ҡар, ҡыш, Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу темаларына яҙылған шиғырҙар даирәһе тарыраҡ күренә һәм конкурс төрлө тематиканы алған ижад бәйгеһенә әүерелә. Проза, поэзия, публицистика буйынса уҡыусылар ижад итә, үҙҙәренең “китапсыҡ”тарын сығара. Ул ваҡытта уҡыусыларҙың ижад емештәрен абруйлы баһа­лама ағзалары – яҙыусылар Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар Ғәҙилә Бүләкова, Фәрүәз Сәйфуллин баһалай.
Йыл һайын уҙғарылған, хәҙер инде матур традицияға әйләнгән Сибай ҡалаһы йәш ижадсылар бәй­геһенең төп маҡсаты – ҡала­лағы йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн өмөтлө уҡыусыларҙы билдә­ләү, яңы исемдәр асыу, уларға яр­ҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып ҡала мәктәптәре уҡыусы­ларының ижад емештәренән торған “Бала саҡ­тың яҡты хыялдары” исем­ле йы­йынтыҡ донъя күрә. Унда 62 авторҙың шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре туплана, һәр әҫәр ав­тор­ҙың күңел көҙгөһөн, рухи булмышын, хис-тойғо байлығын сағылдыра.
Сибай төбәк яҙыусылар ойош­маһы етәксеһе булып Гөлназ Ҡото­ева тәғәйенләнгәс, ижад бәйгеһе уның тәүге ойоштороусыһы, яҙыу­сы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарыла башлай. Йәш ижадсылар бәйгеһе – Сибай мәктәптәре уҡыу­сыларының көтөп алған байрамы. Ә инде был сарала Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы, үҙе әҙерләгән приздарҙы еңеүселәргә тапшырыуы бәйгегә оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Шу­ныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа конкурс Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбованың хәстәре һәм ярҙамы менән ошо белем усағында үтә һәм ул, үҙ географияһын киңәйтеп, Урал аръяғы райондары мәктәп­тәре уҡыусыларын да үҙенә туплай.

Әйткәндәй, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы – Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы, уның Почетлы ҡунағы.
Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова билдә­ләүенсә, өсөнсө йыл рәттән конкурс республика кимәлендә үтә, төрлө ҡала һәм район уҡыусыларының ижад емештәре тупланған ижади эштәр ҡабул ителә.
– Быйыл конкурстың онлайн-фор­матта үтеүенә ҡарамаҫтан, кире­һенсә, ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Былтыр бөтәһе 19 район һәм ҡаланан 80 өлгө тәҡдим ител­һә, быйыл 35 ҡала һәм район мәк­тәптәренән 241 эш килде. Был йылдан-йыл бәйге географияһының киңәйеүе һәм ижад иткән уҡыусы­ларҙың артыуы хаҡында һөйләй. Киләһе йылдан беҙ конкурсты төбәк-ара кимәлдә үткәрергә уйлай­быҙ, сөнки күрше Силәбе, Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан ҡатна­шырға теләк белдереүселәр бар. Белеүегеҙсә, хәҙер республика Башлығы ярҙамы һәм сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең те­ләге менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре ойошторола, курстар үткәрелә, шуға күрә алдағы йылда ситтә көн иткән йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе лә көтәбеҙ, – ти Роза Хаммат ҡыҙы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова был юлы ла бәйгенән ситтә ҡал­маны: һәр эште баһалама ағзалары ме­нән бергә ҡарап, фекерҙәрен еткерҙе, урындар билдәләгәндә үҙ һүҙен әйтте. Бер яҡтан ҡарағанда, конкурстың онлайн рәүешендә үтеүенең дә уңайлыҡтары бар. Әгәр ҙә башҡа йылдарҙа араның йыраҡлығын, юлдарға киткән сы­ғымдарҙы уйлап, күп конкурсанттар кисәлә ҡатнаша алмаһа, был юлы улар Сибай гимназия-интерна­тының “Толпар” теле­видениеһы тарафынан әҙерләнгән “Тылсымлы ҡәләмдәр” тапшырыуы аша конкурс йомғаҡтары менән танышты.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын баһалама ағзалары әҙәбиәткә, ижадҡа ылығырҙай, үҙҙәренең дәрте, тәбиғәттән бирелгән һәләте менән шул донъяны балҡытып ебәрерҙәй табыштарға юлыға. Әлбиттә, бәйгеселәр араһынан барыһы ла яҙыусы, шағир булып та китмәҫ. Улар араһынан, бәлки, бер йәки ике кеше генә ижад юлын һайлар.
Әйткәндәй, ҡасандыр ошо бәй­гелә еңеп, ижад ҡанаттарын нығыт­ҡан йәш таланттар республиканың төрлө гәзит-журнал, телевидение редакцияларында һаман булһа “ҡәләмдәрен нығыта”. Улар – Сибай ҡала телевидениеһы директоры Фәнзил Әҙелбаев, “Шоңҡар” журна­лының бүлек мөдире Гөлсинә Йосопова (Байғужина), “Йәшлек” гәзи­те хәбәрсеһе Лилиә Хәлитова, Ләй­сән Мараканова, Нурия Туйсина, Нурия Фәтҡуллина һәм башҡалар.
Конкурс талаптарына ярашлы, йәш ижадсыларҙың эштәре өс йү­нәлештә – проза, поэзия һәм пуб­лицистика буйынса баһаланды. Проза буйынса беренсе урынды Бе­лорет районынан Инйәрҙең 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Әхмәтова яуланы. Поэзия буйынса Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатынан Гөлназ Ишемғужина беренсе урынға сыҡты, публицистика (журналистика) йүнәлешендә Әбйәлил райо­нының Ишбулды мәктәбенән Лилиә Ғүмәрова алдынғылыҡты бирмәне. Гран-приға Күгәрсен районынан Мораҡ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ҡыҙрасова лайыҡ булды. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Псәнчина.
Илүзә бала саҡтан ижадҡа ға­шиҡ. Атаһы – ҡурайсы, әсәһе – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы. Бәләкәйҙән уны ата-әсә­һе башҡорт халыҡ ижадына, туған теленә, йыр-моңона ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. Башланғыс кластарҙан алып бөгөнгәсә, республика ғилми-ғәмәли конференцияларында әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡ була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиада­һын­да ике йыл рәттән үҙ көсөн һынап ҡарай һәм призлы урындар яулай. Мораҡ сәнғәт мәктәбендә уҡый, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы – думбырала уйнап, төбәк-ара бәйгелә беренсе урынды ала. Буш ваҡыттарында йөрәк түренән сыҡҡан уй-хистәрен ҡағыҙ биттә­ренә теҙеп, шиғырҙар ижад итә.
– Һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итеп, алға этәргес көс биреп торған уҡытыусым Зилә Мәхмүт ҡы­ҙы Псәнчинаға, ата-әсәйемә рәх­мәтлемен. Яҡшы уҡыуым, яула­ған уңыштарым өсөн күптән түгел Кү­гәрсен районы хакимиәте баш­лы­ғы стипендияһына лайыҡ булдым. Октябрь айында “Мостай уҡыу­ҙары” республика бәйгеһендә икенсе урын бирелде, – ти еңеүсе ҡыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәмле Күгәрсен районында тыуып үҫкән Илүзә Ҡыҙрасованың тамырҙары бәрәкәтле Күсей ауылына барып тоташа. Әсәһе Гүзәл Риза ҡыҙы сығышы менән Күсей ауылынан. Бер нәмә лә юҡтан булмай, ти халыҡ. Таңсулпан Ғарипова исе­мен­дәге конкурста Гран-приҙы яҙыусы­ның ауылдаш ҡыҙы яулауы ла юҡҡа түгел. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын, Илүзә! Ғөмүмән, бәйгелә ҡатнашыусы­ларҙың бары­һына ла ижади уңыш­тар теләйбеҙ. Әйткәндәй, был конкурста “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаты менән Баймаҡ ҡала­һының 4-се лицейы уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусыһы Айтуған Боҫҡо­нов, Күгәрсен районының Хоҙай­бирҙин урта мәктәбе уҡыусыһы Лилиана Хәсәнова бүләкләнде.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас