Журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рәсүл Сәғитовтың ошо көндәрҙә “Улыбка сквозь годы” тигән яңы китабын ҡулға алғанына хәбәрҙар булып, беҙ ҙә ихлас ҡыуандыҡ. Үҙ хәбәрсебеҙ уға телефон аша бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте.
— Йыш ҡына булып тора шикелле тормошоғоҙҙа бындай ваҡиғалар — быйыл, мәҫәлән, икенсе китабығыҙ сыҡты, тип аңлайбыҙ.
— Әлләсе, ҡайһы яҡлап ҡарайһың бит. Йылына ҡарап: 2019 йылда өсәү булып киткәйне, уның ҡарауы, унан алдағыһы берәү ҙә бирмәне. Ижад — даими барған, барырға тейешле эш бит, ваҡыты етһә, йыйынтыҡҡа әйләнеп тә ҡуя.
— Ни өсөн нәшерләйһегеҙ уларҙы? Етмәһә, үҙ иҫәбегеҙгә?
— Күктәрҙән һиңә әҙме-күпме яҙыу һәләте бирелгән икән, уны мөмкин булған тиклем эшкә ҡуш, һөнәреңде байыт, үҙең генә тотоноп сикләнмә, тәжрибәңде яңы быуындарға ла ҡалдыр. Ошоноң бер ысулы — китап. Үҙ кеҫәмдән түләйем, эйе, спонсор эҙләгәнем юҡ: ваҡланғым, кәпәс сискем килмәй, дөрөҫөн әйткәндә. Кәрәкмәгән ғорурлыҡтыр, бәлки, был, ләкин шундаймын. Ҡулдан һатып та маташмайым, бушлай таратып бөтөрәм. «Китап» нәшриәтенең Өфөләге магазинына ғына ҡуям бер нисә бөртөгөн, директоры Илһам Йәндәүләтовҡа оло рәхмәт.
— Ниңә русса ла яҙаһығыҙ?
— Сөнки һүҙҙе шулай яҡшыраҡ аңлайым һәм, минең ҡарамаҡҡа, дөрөҫөрәк ҡулланам. Нимәнелер әйләндереп-әйләндереп өйрәнгән кеүек был. Һүҙҙең йөрәген, күңелен күрә башлағандаймын. Был турала байтаҡ китаптарымда яҙғанмын, интервьюларымда әйткәнмен, ҡабатлап тормайым. Йәнә лә ижад эше өҫтән төшөрөлгән мөғжизә бит, ҡайһы ваҡыт ул рус телендә асылып китә, аҙаҡ башҡортсаға ауҙарам. Ләкин төп телем — башҡорт теле, әлбиттә. Радиола ла тапшырыуҙарым бер телдә генә бара. Шул хәтлем бай ул, яғымлы ул, тотош бер донъя ул. Һүҙлектәр аҡтарырға яратам. Нимәнелер эҙләп түгел, тота килеп тә башҡарылып ҡуя был, һәм ундағы хазинанан баш әйләнеп китә: күпмеһен ҡулланмайбыҙ! Ә ни саҡлыһы инмәгән!? Ни хәтлеме бөгөн, беҙҙең заманда, юҡҡа сыға бара.
— Тәржемәселәргә мөрәжәғәт иткәнегеҙ булманымы?
— Бәлки, кәрәктер ҙә, әммә әлегә бындай ҡаты мохтажлыҡ юҡ, әйтәм бит: күктән төшөрөлгәнгә буйһонам ғына. Тәржемә ҡылғанда һүҙмә-һүҙлелектән ситенмен, сөнки һәр тел үҙенсә матур, үҙ донъяһы, үҙ закондары. Ҡайҙалыр ҡыҫҡалыҡ талап ителә, ҡайҙалыр оҙонлоҡ та һәйбәт. Иң мөһиме бында — төп рухты биреү, йөкмәткене тотоу, ҡалғаны буйынса тулы азатлыҡ. Үҙ-үҙемде тәржемәләгәс, миңә күпкә еңелерәк. Тәржемә кеүек түгел, ә төп нөсхәләй ҡабул ителһен әҫәрең. Бының өсөн тексты борсаҡтай таратып ебәреп, яңынан йыйырға кәрәк. Һәр хәлдә мин шулай итергә тырышам.
“Башҡортостан” гәзитенә шатлығым менән уртаҡлашҡаны өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең баҫмала донъя күрә килгән мәҡәләләрем дә инеп китә китаптарыма. Гәзит менән етенсе класта уҡығанымдан алып хеҙмәттәшлек итәм: уҡыусы бала икәнемде белдермәй, Р. Сәғитов тип кенә ҡултамғалай торғайным. Белһәләр, етди ҡарамаҫтар, тигән уйҙан был. Гонорары килеп төшә торғайны. Уларҙы йыйып, фотосәнғәт өсөн тегеһен-быныһын ала инем. Меңәр-меңәр тираждар теләйем гәзитебеҙгә!