“Башҡорт теле бик бай һәм төрлө. Уның диалекттары күп, һәр район үҙенсә һөйләшә. Әммә мәҙәниәт, сәнғәт кешеләре матур әҙәби телдә ижад итергә һәм уны халыҡҡа еткерергә тейеш”, – тип башланы әңгәмәне Алһыу Хәсбуллина.
Ул республиканың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры, кафедра мөдире, доцент һәм Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты.
Алһыу Афған ҡыҙы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Уның сәнғәт юлын ғүмерлек һөнәре итеп һайлауына бер ҙә аптырарға түгел, сөнки ул йырлы-моңло ғаиләлә үҫкән.
– Беренсенән, минең әсәйем, инәйем тибеҙ беҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Тамара Әмерхан ҡыҙы. Ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған. Илеш районында музыка мәктәбендә уҡытҡан, сольфеджионан башлап йыр дәрестәренә тиклем алып барған. Әсәйем йәмәғәтселек башланғысында бик күп сығыштар яһаған, шуның өсөн уға абруйлы исем бирелде лә. Исем алған ҡағыҙында “халыҡ араһында башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалағаны өсөн” тиелгән. Бының менән әсәйем дә, мин дә ныҡ ғорурланам, сөнки ул Илеш районына башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙө алып ингән кеше тип әйтһәң дә хата булмаҫ, – тип әңгәмәбеҙҙе әсәһе тураһында һөйләүҙән башланы ул.
Әйткәндәй, уның әсәһе сығышы менән Мәсетле районының Һөләймән ауылынан. Был ауылдан бик күп билдәле артистар, сәнғәт, фән эшмәкәрҙәре, данлыҡлы Зәйнетдиновтар ғаиләһе сыҡҡан. Әсәһе яғынан туғандары араһында билдәле журналистар Ризван Хажиев менән Фират Хажиев та бар.
Илеш районында тыуып үҫкән атаһы Афған Кәрим улының туғандары араһында ла билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре байтаҡ. Мәҫәлән, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, 60-70 йылдарҙа опера театры солисы, арҙаҡлы Сажиҙә Ғәлимова үҙе генә ни тора! Уның тураһында Заһир Исмәғилев “мосолманда Сажиҙә кеүек йырлаған сопранолар юҡ” тип әйткән.
Атаһы Афған Кәрим улы – һөнәре буйынса мал табибы. Тик ул да сәнғәттең сихри донъяһына ғашиҡ кеше. Райондың үҙешмәкәр артистары араһында моңло тауышы менән айырылып тора, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Алһыуҙың ике ағаһы ла шулай уҡ йырлай, гитарала уйнай.
Бөгөн Алһыу – билдәле дирижер. Уның фекеренсә, үҙе тыумаҫ элек уның яҙмышы хәл ителгән. Ошоға бәйле ул ҡыҙыҡ ҡына тарих менән уртаҡлашты.
“1983 йылда районыбыҙ хоры менән эшләргә тип танылған хор дирижеры, композитор Шамил Ибраһимов саҡырыла. Хор төҙөлгәс, бер нисә әҫәр сопрано соло өсөн тәғәйенләнә, районда иң матур сопрано башҡарыусы әсәйем була. Шамил Ибраһимов уны белә һәм шылтыратып, Тамара йырлаһа ғына килеп эшләйем, тип әйтә. Ә әсәйем был ваҡытта миңә ауырлы булған, табырға ваҡыты етеп килгән. Тик ул баш тартмай, эсен йәшергән күлдәк тектереп, барыбер йырлай. Быны дирижер юлын һайлауға билдә булған тип ҡабул итәм”, – ти ул.
Аҙағыраҡ училищела уҡыған саҡта Шамил Ибраһимов исемендәге конкурс иғлан ителә һәм Алһыу Афған ҡыҙы уның лауреаты була. Бөгөн ул ошо лауреат исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Ә 2012 йылда, хор капеллаһы етәксеһе итеп ҡуйылғас, билдәле дирижерҙың 90 йыллығы була, һәм иң беренсе концерты уның юбилейына арнала.
Эйе, уның сәнғәт кешеһе буласағы бәләкәйҙән билдәле була. Бәләкәй Алһыуҙы һигеҙ йәштән музыка мәктәбенә бирәләр, ул бында фортепианоға өйрәнә. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланың тигән һорауға уның яуабы ябай. Беренсенән, баяғы Шамил Ибраһимовҡа бәйле серле бәйләнеш булһа, икенсенән, ҡыҙ әсәһенең кәңәшен тота. Ошо уҡ уҡыу йортоноң вокал бүлегендә уҡып сыҡҡан Тамара ханым ҡыҙына “был бүлектә уҡыған кеше йырлай ҙа ала, тауышын да үҫтерә, фортепианола ла уйнай, музыка теорияһы буйынса ла көслө уҡыталар. Төрлө яҡлап үҫешкән музыкант булып сығырға мөмкин”, ти.
Конкурс ҙур, талаптар юғары. Тик тырыш Алһыу уҡырға инеп, үҙе теләгән һөнәр буйынса белем алыуға өлгәшә. Артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына ошо уҡ белгеслек буйынса уҡырға инеп, алты йыл унда уҡый.
– Училищены тамамлағас, мин үҙемде бөтә нәмәне лә беләм тип уйлай инем. Ә бына аҙаҡ институтҡа, унан һуң институт янында тороп, ассистентура-стажировка тамамланым, белемемдең ни тиклем һай булғанын аңлай башланым. Шуға белемемде байытҡы, һөнәремдә камиллашҡы килә. Уҡыуҙы, үҙем өсөн төрлө белемдәр алыуҙы бер ҡасан да туҡтатмайым. Мәктәптән башлап институтҡа тиклем мине гел яҡшы уҡытыусылар оҙатты, уларға бик рәхмәтлемен, – ти ул.
Илештәр үҙҙәренсә һөйләшә
Илеш районында тыуып үҫкән Алһыу бик матур итеп башҡортса һөйләшә. Унан бының серҙәре, ғөмүмән тел мәсьәләһенә ҡарашын һорашам.
– Беҙҙең Илеш районында телгә ҡарата төрлө йылдарҙа төрлө ҡараш булған. Һәм иң ҡыҙығы ул йыш ҡына үҙгәреп торған. Минең атайым ошо районда тыуып үҫкән, ул мәктәптә уҡыған йылдарҙа, 1950 – 1960-сы йылдар, дәрестәр мотлаҡ татар телендә уҡытылған. Уларҙың татар теле китаптарында баш ҡалабыҙ Ҡазан тип яҙылған һүҙҙәр булған хатта. Ул саҡта киң матбуғат саралары бик булмаған, уларҙы шулай тәрбиәләгәндәр. Хатта математика, физика, химия кеүек фәндәр ҙә татарса уҡытылған, – тип башланы һүҙен Алһыу Афған ҡыҙы.
Алһыуҙың ағалары мәктәпкә барып уҡый башлағас, 70-80-се йылдар була, сәйәсәт йәнә үҙгәрә. Мәктәптәрҙә мотлаҡ рәүештә башҡорт теле уҡытыла башлай. Төрлө райондарҙан университеттар тамамлаған йәш башҡорт теле уҡытыусылары ҡайтарыла. Әйткәндәй, уларҙың күптәре кейәүгә сығып был төбәктә төпләнеп ҡала.
Ул үҙе мәктәпкә уҡырға барған саҡта, 1989 йыл була ул, йәнә мотлаҡ татар теле ҡайтарыла. Исем өсөн генә башҡорт теле лә инә, тик төп урынды татар теле биләп ала.
– Мин үҫкән саҡта Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәре уҡытылды. Уны уҡытыусыбыҙ Ғәлимә Мансур ҡыҙы матур итеп башҡорт телендә алып бара ине. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” кеүек эпостарҙы уның аша белдек, халыҡ яҙыусылары, артистары исем-шәрифтәрен, гәзит-журналдар исемдәрен ятлата ине. Ошоларҙың барыһы ла һаман иҫтә. Татар телен, татар әҙәбиәтен уҡыһаҡ та, ошондай уҡытыусылар аша туған мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе өйрәндек, яраттыҡ, – ти Алһыу Афған ҡыҙы. – Мин, мәҫәлән, татар телен, әҙәбиәтен уҡыуҙан зыян күрҙем тип әйтә алмайым. Былар, киреһенсә, беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе киңәйткәндер тип уйлайым. Бәләкәйҙән ике тел белеп үҫтек, был насар түгел бит.
1990 йылдарҙа милли телевидение үҫешкән саҡта, ни сәбәп менәндер Илеш районында Башҡортостандыҡы күрһәтмәй, ә бына Татарстандыҡы була. Улар күрше республика телевидениеһын ҡарап үҫә. Тик, шөкөр, 90-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Башҡортостан телевидениеһы был яҡтарға ла килә, һәм уны халыҡ ныҡлап ҡарай башлай. Ошоноң аша телде, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте яҡшыраҡ үҙләштерә.
– Әсәйем башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе булғас, мин башҡа класташтарыма, замандаштарыма ҡарағанда, әлбиттә, күберәк белә инем. Әсәйемдең курсташтары, театр, филармония артистары гастролгә килә, аҙналар буйы беҙҙә йәшәй. Мин улар менән аралашып үҫтем. Бөтә спектаклдәрҙе, йырҙарҙы белә инем. Әле лә концерттарға, театрға ихлас йөрөйөм, – тип дауам итә ул.
Ғөмүмән, тел мәсьәләһе буйынса уның фекерҙәре ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, Илеш районы кешеләре үҙ телен татарса тип уйлаһа ла, был дөрөҫ түгел, ти ул. “Ябай халыҡтың ғәҙәти тормошта нисек һөйләшкәнен тыңлап торһаң, уның әҙәби башҡорт теле лә, татар теле лә түгеллеге аңлашыла. Беҙҙең район Татарстандың Аҡтаныш районына бик яҡын. Улар яғына сыҡһаң, шунда уҡ телдәге үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Ә инде төпкәрәк, Ҡазан яғына киткән һайын бөтөнләй тел айырмалары арта. Улар беҙгә үҙҙәре, һеҙ татар түгел, һеҙ – башҡорт, башҡортса һөйләшәһегеҙ, тип әйтә ине. Илештәр үҙҙәренә генә хас итеп һөйләшә бит ул. Бәләкәй генә миҫал, улар татарҙар кеүек “эшләми”, “килми” тимәй, ә “эшләмәй”, “килмәй” тип һөйләй. Райондың өлкән быуын кешеләре, атайымдар, мәҫәлән, з урынына һәр ваҡыт ҙ хәрәфен әйтеп һөйләшә. Ғәҙәти һөйләш сәйәсәткә лә, мәктәптә уҡығанға ла ҡарамай тип уйлайым. Был – беҙҙең яҡтың диалекты. Элек-электән нисек һөйләшкәндәр, әле лә шулай дауам итә. Мәҫәлән, әсәйем Мәсетле районынан, уларҙың да теле әҙәби телдән айырыла. Шулай уҡ матур һәм үҙенсәлекле. Һәр диалект йәшәргә тейеш. Тик мәҙәниәттә, сәйәсәттә, әҙәбиәттә, киң мәғлүмәт сараларында мотлаҡ әҙәби тел һаҡланһын ине. Төрлө өлкә әһелдәре матур итеп әҙәби телдә һөйләшергә, уны ҡулланырға һәм халыҡҡа таратырға тейеш, минеңсә”.
Оҙаҡламай барыһы ла яйға һалыныр
Алһыу Афған ҡыҙы бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм үҙенең коллективы тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Быйыл коллектив үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған икән. Тик пандемия арҡаһына уны матурлап үткәрә алмағандар. Шулай ҙа онлайн тәртиптә байрам саралары ойошторолған.
– Беҙҙең хор капеллаһы 50 йыл элек башҡорт сәнғәтен, мәҙәниәтен пропагандалау өсөн тыуҙырылған. Башҡорт композиторҙары бик матур әҫәрҙәр яҙа, ә хор уны халыҡҡа еткерә. Әйткәндәй, беҙ – “академик” исемен йөрөткән берҙән-бер музыкаль коллектив, – ти ул.
Коллективҡа билдәле хормейстер, Һарытау ҡалаһынан килгән йәш белгес Таһир Сәйфуллин нигеҙ һалған. Капелла уңышлы итеп эш башлап ебәрә, уның беренсе йырсылары рәтендә Алһыуҙың әсәһе Тамара ханым да була.
Ошо йылдар эсендә капелла үҙен республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танытҡан. 1996 йылдан академия исемен йөрөтә. Ә был исем юғары оҫталыҡ, ил кимәлендә танылыу яулаған коллективтарға ғына бирелә.
Бөгөн улар донъя кимәлендәге классик әҫәрҙәрҙе лә бер ауырлыҡһыҙ башҡара. Тик һәр ваҡыт иң ҙур бурыстары тип башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен танытыу, уны халыҡҡа сығарыу икәнлеген күҙ уңында тотоп эшләйҙәр. Пандемия башланғансы капелла Рәсәй ҡалаларында уңышлы сығыш яһаған. Классик музыка мәккәһе булған Санкт-Петербург ҡалаһындағы сығыштарын әле һаман онота алмайҙар. Аҙаҡ күптәр килеп уларҙың яҙмаларын һораған, һоҡланыуын белдергән.
Әлеге пандемия шарттарында ла коллектив эшмәкәрлеген туҡтатмай. Улар өйҙә ятып булһа ла ижад итеүен дауам итә. Быға тиклем күҙ алдына ла килтерә алмаған проекттарҙы тормошҡа ашырғандар. Мәҫәлән, һәр кем үҙ тауышын яҙҙырып режиссерға ебәргән, ул уларҙы бер видеоға берләштереп, матур проекттар эшләгән.
– Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелгән саҡта, уға бағышлап онлайн сығыш әҙерләнек. Был яҙмабыҙҙы халыҡ бик яратты, күп кеше уны интернетта ҡараны. Ситтән тороп Бөйөк Еңеүгә арналған концерт күрһәттек. Бер һүҙ менән әйткәндә, ижади процесс туҡтаманы. Тик бер ниндәй онлайн да тере концерттарҙы алмаштыра алмай. Тиҙерәк концерттар менән сығыш яһарға теләйбеҙ. Әлегә Роспотребнадзор хор концерттарын тыя, беҙҙең эш тын юлы менән бәйле бит. Талаптарҙы үтәп, әле репетициялар үткәрәбеҙ. Фольклориадаға әҙерләнәбеҙ, башҡорт музыкаһын донъяға танытмаҡсыбыҙ. Донъялар именләнеп киткәс, 50 йыллыҡ юбилейыбыҙҙы ла үткәрербеҙ тип уйлайбыҙ, – тине ул.