Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ноябрь 2020, 19:50

Кино килде ауылға!

Конкурста еңеп сығып, район мәҙәниәт йортонда 264 урынлыҡ заманса кино залы асылды.

Стәрлебаш ауылы Кино фондының 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ биләмәләрендәге кино залдарына ярҙам итеү буйынса конкурс еңеүселәренең береһе тип табылды. Ошо йәһәттән район мәҙәниәт һарайында 264 урынға тәғәйенләнгән кино залын асыу тантанаһы булды.
Был заманса кино залын, иң тәүгеләрҙән булып, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, Ә. Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһы директоры Юнир Әминев, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Стәрлебаш районы муниципаль районы Советы рәйесе Илдус Хәйбуллин ҡараны.
– Стәрлебаштар был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алды, тиһәм, һис яңылышмам, моғайын. Заманса кино залы – универсаль, мәғлүмәт-мәҙәни, кинематографты яратҡандарҙы үҙенә йәлеп иткән үҙәк ул. Беҙҙең кино залында донъя прокатының иң яңы фильмдары күрһәтеләсәк. Ғариза яҙып биреп, еңеүебеҙ менән уңдыҡ, – тине Рөстәм Камил улы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең сығышында республиканың кино залдарын ойоштороу һәм алынған федераль субсидия күләме буйынса алдынғылар рәтендә икәнлеге хаҡында әйтте.
Тамашасыларға иһә кино залына сағыу, матур, яҡшы кәйефтә ғаиләләрен килтерергә генә ҡала. Улар бөйөк сәнғәт өлгөлөрен ҡарап һоҡланасаҡ.
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловҡа кино залдарын ҡайтанан йыһазландырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Ошондай уҡ наградаға район мәҙәниәт йорто коллективы ла лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фирҙәүес Расаеваға ла министрлыҡтың Рәхмәт хаты бирелде.
Кино залын асыу тантанаһына килгән кешеләр режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмын ҡараны.
Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.
Читайте нас