Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноябрь 2020, 19:30

“Хазина”ла – Ҡалмаҡ һылыуы

Миләүшә Хәйбуллина үҙ сәхифәһендә “Хазина” бейеүендәге образдар буйынса яҙыуын дауам итә

Миләүшә Хәйбуллина үҙ сәхифәһендә “Хазина” бейеүендәге образдар буйынса яҙыуын дауам итә. Клип Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында башҡарылған. Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Бөгөнгө яҙмала – 3-сө образ, Ҡалмаҡ (Ҡатай башҡорттарының бер тармағы) ҡатын-ҡыҙы.
Урал аръяғы башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеме (Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы, Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылы).
Ҡушъяулыҡ, яға, ҡабартып сигелгән күлмәк, камзол һәм тула ҡайылған сарыҡ.
Ҡушъяулыҡ – ике француз яулығын ҡуша тегеп хасил ителгән, ситтәре сигеп биҙәлгән, ҡатын-ҡыҙҙың башын ғына түгел, буй-һынын да ҡаплаған кейем.
Яға – һаҡал, селтәр ише был биҙәүес Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостандың Учалы районында осрай.
Күлмәк сигеп биҙәлгән.
Камзул – күлдәк өҫтөнән кейелгән еңһеҙ ҡыҫҡа кейем. Уны көмөш тәңкә менән биҙәр булғандар.
Традицион аяҡ кейеме булған сарыҡ суҡтар менән биҙәлгән.
Миләүшә Хәйбуллина Гөлнара Шафиҡоваға – “яға” биҙәүесе, Ҡурғанда тыуып үҫкән Ғәбиҙә Ғибаҙулла ҡыҙы Вәлиеваға Ҡалмаҡ һылыуы образын тыуҙырырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдергән.
Читайте нас