Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Декабрь 2020, 15:43

Битлек матурлыҡты йәшермәй

Коронавирус пандемияһы конкурсҡа кәртә була алманы.

Береһенән-береһе һылыуыраҡ егерме башҡорт ҡыҙы республикабыҙҙың төп матурлыҡ бәйгеһе “Һылыуҡай-2020” конкурсы финалына әҙерләнә. Быйыл тәүге тапҡыр бәйге бөтә ил кимәлендә үткәрелә. Тимәк, еңеүсе тажы өсөн Башҡортостан ғына түгел, ә ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә көс һынашасаҡ.
Үткән аҙнала журналистар ҡыҙҙар һәм бәйгене ойоштороусылар менән яҡындан таныша алды. Өфөләге “Азимут” ҡунаҡханаһында ҙур матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Әйткәндәй, сара барлыҡ санитар талаптарҙы башҡарып үткәрелде – бөтәһе лә битлектәрҙә ине. Тик ысын матурлыҡты битлек артына йәшереп буламы һуң?! Ҡыҙҙарҙың битлектә лә бик сибәр икәнлеге күренеп торҙо.
Алдан әйтеүебеҙсә, быйыл бәйгелә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең егерме төбәгенән ҡыҙҙар ҡатнаша. Бына улар: Шәүрә Яхина (Сибай), Дилә Вәлиева (Мәләүез), Юлиә Абайҙуллина (Силәбе өлкәһе), Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы), Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы), Айгүзәл Исхаҡова (Борай районы), Ләйсән Шөғәйепова (Учалы районы), Зарина Вәлиева (Мәсетле районы), Розалина Ибраһимова (Көйөргәҙе районы), Эльвина Семенова (Бөрйән районы).
Ә Рәсәй төбәктәрендәге һайлап алыу турҙарында еңгән ҡыҙҙар автомат рәүешендә бәйгенең финалына үтте. Улар: Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе), Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһе), Гүзәл Наҙарғолова (Пермь крайы), Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһе), Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһе), Лилиә Арыҫланова (Татарстан Республикаһы), Диана Байназарова (Ленинград өлкәһе), Азалиә Әмирова (Мәскәү өлкәһе), Алтынгөл Бикташева (Ханты-Манси автономиялы округы), Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе).
Быйыл һайлап алыу турҙары 5 сентябрҙә башланып китте һәм ноябргә тиклем дауам итте. Конкурсты ойоштороусылар, һәр төбәккә һәм районға барып, иң-иң ҡыҙҙарҙы һайлап алды. Һөҙөмтәлә финалға сыҡҡан егерме ҡыҙ әлеге ваҡытта дәррәү рәүештә конкурсҡа әҙерләнә. Уларҙы бөтә яҡлап та өйрәтәләр: сәхнәлә атлап йөрөргә, үҙеңде тоторға, йырларға, бейергә, матур итеп башҡортса һөйләшергә һәм башҡалар.
Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың сит төбәктәр­ҙән килгәндәре саф башҡорт телен белмәй, ә үҙҙәренең диалектында һөй­ләшә. Ләкин ойоштороусылар билдә­ләүенсә, был һис тә етешһеҙлек түгел.
– Беҙ саф башҡортса һөйләшә белмәгән ҡыҙҙарҙы ситкә типмәйбеҙ, улар үҙ диалекттарында аралаша. Әммә әҙерлек барышында улар әҙәби башҡорт телен дә өйрәнә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы тураһында күберәк беләсәк. Тимәк, бәйге тамамланғас, улар белемдәрен камиллаштырып ҡайтып китәсәк. Әле улар үҙ-ара тик башҡортса һөйләшә, – тине конкурстың директоры Артур Әлибәков.
Беҙҙең матурлыҡ бәйгеләре һәр ваҡыттағыса донъя стандарттарынан айырыла. Башҡорт ҡыҙҙары купальникта йөрөмәй. Төп баҫым ҡыҙҙарҙың тәрбиәһе, үҙ-үҙен тотоуы, башҡорт мә­ҙәниәтен һәм тарихын белеүендә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙар тышҡы матурлығы буйынса ла баһаланасаҡ. Улар 16-нан алып 25 йәшкә тиклем, буй оҙонлоғо 165 сантиметрҙан башлана.
Ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусылары ла бар. Пандемия шарттарында дистанцияла уҡыу уларға файҙаға булған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡыҙҙарҙы сәхнә оҫталығына өйрәтә. Ул 28 йыл элек тәүге тапҡыр үткән “Һылыуҡай” бәйгеһен алып барған, быйыл да Наил Юнысов менән бергә сараны алып барасаҡ. Проекттың баш режиссеры Айгөл Үтәгәнова быйылғы бәйгенең ҡайһы бер серҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, сығыштарҙың береһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналасаҡ.
Быйылғы конкурс коронавирус пандемияһы осорона тура килде. Шуға күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ни тиклем сикләүҙәр буласаҡ. Гала-концерт “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 3 декабрҙә үтәсәк, әммә билеттар һатылмаясаҡ. Кешеләр тик саҡырыу ҡағыҙы буйынса киләсәк, залдың 30 процент урыны ғына биләнәсәк. Ә ҡалғандар финалдың телевизион вариантын ҡараясаҡ.
Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурс республика бюджетынан финанслана. Шуға күрә ҡыҙҙарҙы бик матур бүләктәр көтә. Еңеүсегә иһә – автомобиль!
Читайте нас