Танылған бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында ижад ителгән “Хазина” бейеү клибын күбегеҙ ҡарағандыр. Ундағы башҡорт ҡатын-ҡыҙы образдары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Бөгөнгө яҙмала – 4-се образ, Бөрйән ырыуы ҡатын-ҡыҙы.
Көньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме (Баймаҡ районы).
Һиҙәпләп тегелгән балитәкле сатин күлдәк, уҡалы камзул, сәскәле яулыҡ, туланан ҡата. Таҡыя, ҡашмау, селтәр, еләндәргә лә бай яҡ.
Йәшел күлдәк – Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Разия Утарбаеваның (Ильтинина) ҡомартҡыһы.
Түшелдерек – тотош тәңкәнән генә торған биҙәүес. Уны баймаҡтар – түшелдерек; бөрйән, әбйәлилдәр – алмиҙеү; хәйбуллалар алмаиҙеү тип йөрөтә. Ғәҙелша ауылынан Миңдебикә Ташбулатованың түшелдереге ҡабатламаһы.
Аяҡ кейеме күндән тегелгән. Мал тотҡан төбәктәрҙә бөтә өлкәндәр тиерлек күн итектә йөрөгән.
Фото М. Хәйбуллинаның сәхифәһенән.