Бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында ижад иткән “Хазина” бейеү клибындағы образдар тураһында һөйләүҙе дауам итәбеҙ. 5-се образ – Мең ырыуы ҡатын-ҡыҙы.
Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Көньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме (Дәүләкән районы).
"Ҫаҡал" (ерле һөйләштә) – Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәрйен-тәңкәләрҙән, муйынсаҡтарҙан торған биҙәүесе. Ҡашмау, ҡара сатин елән, ҡыҙыл сатин күлмәк, аҡ етен елән.
Елән, сәкмән кеүек, оҙон һәм киң, билбау ҡаптырмаһыҙ булған.
Башҡа ябынып төшкән аҡ еләнде кейәүгә сыға торған ҡыҙ кейгән. Был өлгөнө шуға ла кәләш образы тип атап булыр ине.
Бейеүсе матур милли кейем аша Мең ырыуының гүзәл ҡыҙы образын тыуҙырырға ярҙам иткән өсөн “Селтәр” ижади ойошмаһы ағзаһы Әлфиә апай Әхтәриеваға рәхмәт белдерә.
Фото М. Хәйбуллинаның сәхифәһенән.