Бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында ижад иткән “Хазина” бейеү клибындағы 6-сы образ – Йылан ырыуы һылыуы.
Этнограф - Сәлимә Усманова, фотограф - Эдуард Дилмөхәмәтов.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙы (Туймазы районы).
Хәситә – һул яурындан уң ҡул аҫтына ҡыя бәйләнгән биҙәүес. Арҡыры яға, дәүәт, әмәйҙек, муйынса тип тә йөрөтәләр. Борон хәситәне кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ ире йортона тәү аяҡ баҫҡанда кейер булған. Ул яман күҙҙәрҙән, ҡара көстәрҙән һаҡлай тип иҫәпләнгән, киленгә муллыҡ һәм ишәйеү теләү билгеһе булған.
Сүпләп сигелгән итәкле киндер күлдәк, алъяпҡыс, уҡалы иҙеү, француз яулыҡ, ҡыҙыл күн ситек, муйын сылбыры.
Күлдәк биҙәктәрендә тура геометрик һындар өҫтөнлөк итә.
Миләүшә Хәйбуллина был хазина өсөн Туймазы районынан "Тамға" ижади ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Красноваға рәхмәт белдерә.
Фото М. Хәйбуллинаның сәхифәһенән.