Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар Яңы йыл байрамына йыл һайын бик етди әҙерләнә. Быйыл да ижади ғаилә бейек шыршы алып, уны биҙәүҙе тулы бер шоуға әйләндергән. Ризат - Ҡыш бабай, ҡыҙҙары Айгизә Ҡар ҡыҙы булып кейенгән. Күңелле видеоны "Инстаграм" сәхифәһенә урынлаштырғандар.
"Әле һеҙ шыршы биҙәнегеҙме? Һүҙ уңайынан, кемгә Ҡыш бабай, Ҡар ҡыҙы кәрәк? Айгизә менән Ризат әҙер!" - тип яҙа улар.
Ысынлап та, дуҫтар, ә һеҙ Яңы йылдың төп биҙәге булған шыршыҡайҙы биҙәнегеҙме әле? Әгәр ҙә ярҙам кәрәкһә, Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙы саҡыра алаһығыҙ: шыршығыҙ ҙа биҙәлер, йырҙары ла ағылыр...