Йәшәгән, ти, бик ҡомһоҙ мулла. Исеме Исхан булған. Кешеләр үҙҙәре килтереп биргән хәйергә мөрхәтһенмәй, һаман күберәк һораған, өй беренсә йөрөп эштәренә ҡыҫылған, һәр табыштан, уңыштан саҙаҡа бирҙерткән. Өҫтөнә ап-аҡ күлдәк, ҡара кәзәкей, ҡара салбар, башына ҡара түбәтәй кейгән, ҡара һаҡал йөрөткән.
Күрше рус ауылында поп йәшәгән. Ул да кешеләрҙең ҡанын һурған, ауылдаштарын бөлдөрөр сиккә еткергәс кенә туҡтаған. Икеһе лә, баҙарҙа бер-береһе менән осрашып, байлыҡтары менән маҡтанған. Шундай осрашыуҙарҙан һуң тағы ла нығыраҡ ҡотороп байлыҡ йыйғандар. Ауылдаштарын бик ыҙалатҡандар икеһе лә.
Бына бер саҡ был яҡтарға сиғандар килеп сыҡҡан. Өйҙән өйгә йөрөгән улар. Береһе мулла өйөнә килеп ингән. Сиған ҡатынының ҡулдарындағы алтын йөҙөктәрен, түшендәге аҫыл муйынсаҡ, мәрйендәрен, алтын алҡаларын күреп, мулланың күҙе аҡайған. Мут сиған ҡатыны мулланың нимәгә күҙ һалғанын шунда уҡ аңлаған. Ул муллаға күҙ ҡыҫҡан да сығып киткән. Мулла кис еткәнен саҡ-саҡ көтөп алған. Ҡараңғы төшкәс тә, йылға буйындағы яланға юлланған. Сиған таборы шунда ҡунырға туҡтаған.
Икенсе яҡтан таборға поп яҡынлашҡан. Сиғандар урыҫ ауылын да йөрөп сыҡҡан икән. Унда ла поп сиған ҡатынының алтын-мәрйендәренә күҙен тызрайтҡан. Хәйләкәр ҡатын попты ла ымһындырып сығып киткән.
Сиған ҡыҙҙары усаҡ тирәләй бейеп йөрөй, ти. Мулла ла, поп та сит халыҡтан оялып, ағас артына йәшенеп торған бер аҙ. Ләкин аяҡтары тыңламай, үҙҙәренән-үҙҙәре уларҙы ҡыҙҙар янына алып бара, ти. Алтындар йылтырауына иҫтәре китеп, бер нәмә лә күрмәй һаман алға ынтыла, ти, был икәү. Бер саҡ улар янында ҡапыл яҡты булып киткән. Мулланы ла, попты ла утлы торомбаштар күтәргән сиғандар уратып алған. Хахылдашып көлә-көлә сиған әбейҙәре уларҙы ялан уртаһына һөйрәп-төрткөләп алып барған. Улар тирәһендә ниҙер уҡына-уҡына һөйләнеп өйөрөлгәндәр. Иң аҙаҡ береһе былар өҫтөнә өшкөрөп һыу һипкән. Поп менән муллаға кешеләр, ағастар ҙурайып киткән һымаҡ булған...
Юҡ шул, урман бер ҙә ҙураймаған, мулла менән поп үҙҙәре бәләкәсәйеп киткән. Ялан өҫтөнә беренсе ҡояш нурҙары төшөү менән улар икеһе ике яҡҡа ҡош булып осоп киткән. Ҡап-ҡаранан кейенгән поп ҡарғаға әйләнгән. Ҡара салбар, ҡара кәзәкей, аҡ күлдәк, ҡара түбәтәй, ҡара һаҡал йөрөткән мулла аҡлы-ҡаралы ҡош булып осҡан.
Ҡоштар тик файҙа ғына килтерә, был икәү кешеләргә килтергән зыяндарын, ҡоротҡостарҙы сүпләп, урманды, баҡсаны ҡорттарҙан таҙартып ҡайтарыр, тип уйлаған сиған ҡатындары. Тик бер ҙә улай килеп сыҡмаған шул. Икеһе лә тәмле ашағандарын онота алмай, кешеләр янынан алыҫ китмәгәндәр, һаман ауыл тирәһендә уралғандар. Урлашҡандар. Ит ашағылары килеп, себештәрҙе алып киткәндәр, һарайға инеп йомортҡалар менән һыйланып сыҡҡандар.
Аҡлы-ҡаралы ҡоштоң мулла Исханға оҡшағанын ауылдаштары шунда уҡ шәйләгән. Урлашҡанын күргән һайын: “Һай, Исхан!” – тип ҡысҡырып ҡыуғандар. Уның, ысынлап та, мулла Исхан икәнен, бәлки, аңлап та етмәгәндәрҙер, исем биреү ғәҙәтенә эйәреп кенә шулай тип ҡысҡырғандарҙыр…
Тик был ҡош шул ваҡыттан һайыҫҡан исемле булып киткән. Һайыҫҡан – шул «Һай, Исхан»дан килеп сыҡҡан да инде. Ҡарға, билдәле инде, “ҡара ағай” тип йөрөткәндән ҡыҫҡарып ҡарғаға әйләнеп киткән.
Ҡара ҡошҡа исемде урыҫ ауылында ҡыҙыҡ итеп биргәндәр. Ҡоштарҙың бит һәр береһе үҙ ауылының эргәһендә уралған. Ҡош-попты күргән ауылдаштары бер-береһен «вор она» тип киҫәтер булған, шунан һуң уны рустар ворона тип атай башлаған да инде.