Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Декабрь 2020, 20:30

“Хазина”ла – Ҡатай (Инйәр буйы) ҡыҙы

Инйәр буйы ҡыҙҙарының хазинаһы өсөн Миләүшә Хәйбуллина “Селтәр” ижади студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдиноваға рәхмәт белдерә.

Бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты ярҙамында ижад иткән “Хазина” бейеү клибындағы образдар тураһында һөйләүҙе тамамлайбыҙ. 7-се образ – Инйәр буйында йәшәгән Ҡатай ырыуы һылыуы.
Этнограф – Сәлимә Усманова. Фотограф – Эдуард Дилмөхәмәтов.
Инйәр буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме (Белорет районы).
Таҡыя, Инйәр һаҡалы, камзул, ҡыҙыл етен күлдәк, күн итек.
Таҡыя – Инйәр буйы ҡыҙҙарының баш кейеме. Осло башлы торҡа (шлем) рәүешендә, ваҡ тәңкәләр, мәрйен менән ҡапланған. Ҡашмау кеүек, был баш кейеме лә һаҡлау, ҡурсалау ролен үтәгән.
Камзулды бай ҡатын-ҡыҙ бихисап көмөш тәңкә менән биҙәр булған.
Үҙенсәлекле матур милли кейем – Инйәр буйы ҡыҙҙары хазинаһы өсөн Миләүшә Хәйбуллина “Селтәр” ижади студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдиноваға рәхмәт белдерә.
Фото М. Хәйбуллинаның сәхифәһенән.
Читайте нас