Донъяла бер кем дә яңғыҙ түгел. Һәр береһенең туғаны була. Тик ҡайһы берәүҙәр бының ҡәҙерен белмәй яҡындарын юғалта.
Бына көнбағыш та ҡасандыр ҡояш янында торған, уның һеңлеһе булған. Улар күк йөҙөнән китмәгән, бер урында ғына өйөрөлгән. Ҡояш – йыһанды, көнбағыш ерҙе яҡтыртҡан. Ул ваҡытта йыһан хәҙерге һымаҡ ҡараңғы булмаған, яп-яҡты булып көлөп, уйнап торған. Ай, йондоҙҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, бик татыу йәшәгән.
Тик ҡайһы бер һеңлеләр иркәрәк, ялҡауыраҡ була. Эштән ҡасырға тырышалар. Бына көнбағыш та, минең яҡтылығым ергә генә төшмәй, йыһанды ла яҡтырта, ә апайым минең ҡәҙерҙе белмәй, тип үсегә лә ергә төшөп китә. Ергә төшкәс, ҡуйынына ҡырсынташтар йыя. Йәнәһе, апаһы уның яҡтылығынан файҙаланмаһын өсөн, көнбағыштың үҙенең нурҙары йыһанға китмәһен, ергә генә төшһөн өсөн, ҡырсынташтарҙан ҡояш менән икеһенең араһына диуар теҙәсәк. Төшкәндә еңел генә төшкән дә бит, хәҙер ҡуйынында таштар булғас, ауырайған, кире менә алмай ҙа ҡуя, ти. Елгә өндәшеп ҡарай:
– Ел, мине апайым янына кире мендер әле, – ти.
Уның таш йыйып йөрөгәнен күргән ел ярҙам итеүҙән баш тарта. Ҡояштың – киң күңелле, һеңлеһенең холҡһоҙораҡ икәнен күреп-белеп йөрөй ул.
– Ҡуйыныңдағы таштарҙы ырғыт, мендерермен, – ти. – Ниңә йыйҙың уларҙы?
Көнбағыш, ел апайым яҡлы, тип уйлай ҙа турһайып башын эйә. Турһайғас, үпкәләгәс, ҡуйынында таш та ятҡас, көсө лә бөтә. Бер кемде йылыта ла, тирә-яҡты яҡтырта ла алмай.
Артында ҡараңғылыҡ икәнен һиҙеп, ҡояш аптырап ергә борола. Ә һеңлеһе күренмәй. Ҡояш уны эҙләй башлай. Күкте бер сигенән икенсе сигенә тиклем әйләнеп сыға. Көнбағыш уға ынтылып-ынтылып ҡуя, апаһының таныуын теләй. Минең яныма төшһөн, иркәләһен, күктә яңғыҙына нисек ҡыйын икәнен һөйләһен, иғтибарһыҙлығы өсөн ғәфү үтенһен, янына саҡырһын, тип теләй. Шулай инәлтеп кенә кире күк йөҙөнә менергә уйлай. Тик ҡуйынындағы таштар яҡтылығын ҡаплағас, ҡояш уны нисек таныһын? Таштарын ырғытһа, йөҙө яҡтырып китеп, апаһы уны таныр ине лә бит, ә, бәлки, еңеләйгәс, үҙе лә кире менеп китә алыр ине. Беренсе булып һүҙ ҡушһа, апаһына үҙен танытып өндәшһә лә була. Әммә көнбағыш үҙһүҙлелеген еңә алмай шул, ҡояш апаһы артынан башын бороп тора-тора ла, апаһы уны эҙләп ер артына китһә, тағы турһайып, башын эйә. Таштары инде уның нурҙарын алып, үҙҙәренә һеңдереп, бөтәһе яратып ашаған көнбағышҡа әйләнә. Быға бигерәк тә ҡыуана көнбағыш. Ерҙә яңғыҙ түгелмен, мине барыһы ла ярата, ә апайым күктә яңғыҙ, уға ҡыйын, шулай булғас, үҙе мине табып, беренсе булып өндәшһен, тип маһая ул.
Ләкин шуны аңламай көнбағыш, ситтәр уны файҙаһы булғанда ғына ярата, файҙаһы бөткәс, төкөрөп сығарып түгәләр. Ә ҡояш апаһы уны бар булғаны өсөн генә яратты. Һеңлеһе башҡаларға йылмайып-көлөп ҡарап, мыжыҡлығы менән апаһының үҙәгенә үткәндә лә барыбер ярата ине. Ә башҡаса нисек булһын – ул бит уның туғаны.
Бына шулай үҙһүҙлелеге арҡаһында көнбағыш үҙен яратып ҡына торған апаһын юғалта. Шул ваҡыттарҙа сыҡҡан да инде “ҡуйынында таш йөрөтә” тигән һүҙ. Ҡуйындағы таштың нисек насар булғанын күрҙегеҙ инде хәҙер, туғандарығыҙ менән татыу йәшәгеҙ, бәлә татыулыҡтан ҡурҡып ҡаса ул.
Ә ҡояш шул ваҡыттан бирле бер урында ғына тормай, һаман һеңлеһен эҙләй ҙә эҙләй, көн һайын күкте әйләнеп сыға. Туғаны көнбағыш, ҡояш апаһына үҙен таныттырыр өсөн, гел уға ғына ҡарай, башын уның артынан бороп ҡала.
Ҡояш ергә генә ҡарағанға, йыһан ҡараңғыланып ҡала. Хәҙер ай менән йондоҙҙар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөмәй, кем ҡараңғыла ситкә сығып китһен инде. Һәр береһе үҙенә бикләнеп йәшәй. Уларға ҡарапмы икән, кешеләр ҙә татыу түгел. Шуның арҡаһында сирҙәр ҙә, бәләләр ҙә арта ерҙә.