Борон заманда бер хан йәшәгән. Уның тоғро яугире булған. Башҡалар булдыра алмаҫтай эште хан гел шул һанатына ҡушҡан. Яугир-һанат ҡыйыу, көслө, хандың иң ышаныслы һуғышсыларының береһе булып танылған. Уның тоғролоғон бөтә ил белгән, ти. Кешеләр хан һанатының батырлыҡтары тураһында һоҡланып һөйләгән. Яугир хандың иң ышаныслы кешеһе булыуы менән ғорурланған, үҙен бәхетле тойған.
Шулай йылдар үткән. Бына хандың тоғро яугире мөхәббәтен осратҡан, өйләнгән. Ҡыҙҙары тыуған. Бик сибәр ҡыҙ булып үҫеп еткән. Яҡын-тирәлә унан да һылыуыраҡ ҡыҙ булмаған.
Бер ваҡыт хан ғәскәре менән алыҫ илдән ҡайтҡанда, ғәҙәттәгесә, халыҡ уларҙы урамға сығып ҡаршы алған. Яугир ҡыҙы майҙандың ҡалҡыу урынына баҫып, йыр, бейеү менән еңеүселәрҙе сәләмләгән. Уларҙың ҡайтыу хөрмәтенә ойошторолған байрамдан һуң, хан һанатын саҡырып алған да йырсы ҡыҙҙы һарайға килтерергә ҡушҡан. Яугир аптырап ҡалған, ҡуҙғалмай баҫып тора биргән. Һәр бойороғон бер һүҙһеҙ үтәргә ашыҡҡан һанатының бындай ҡылығына хан ғәжәпләнеп ҡуйған. Йәне көйөп:
– Ни өсөн шулай ҡатып ҡалдың? Минең нимә әйткәнде ишетмәнеңме ни? Әмеремде үтә! Ҡыҙҙы һарайға килтер! Бөтә сибәр ҡыҙҙар минең һарайҙа хеҙмәт итергә тейеш икәнен оноттоңмо әллә? Бейеп, минең дә, ҡунаҡтарҙың да күңелдәрен асыр, – тигән.
– Булдыра алмайым, хан, – тигән яугир. – Ул – минең ҡыҙым, берҙән-берем. Мин уны бейеүсе итеп түгел, яугир итеп үҫтерҙем.
Оҙаҡ йылдар үҙенә тоғро хеҙмәт иткән өсөн хан мине хөрмәт итәлер, ҡыҙыма теймәҫ, тип өмөтләнгән һанат. Хан өндәшмәгән, әммә күҙҙәрендә асыулы йәшендәр ялтлаған. “Хандың теләгенә ҡаршы сығырға нисек баҙнат итә был ябай яугир? Минең эргәлә йөрөгәнгә танауын күтәргәнме? Иртәгә үк уның урынына икенсене ҡуям, меңәрләгән батыр бар ғәскәремдә”, – тип уйлаған хан.
Оҙаҡ уйлап тормаған хан, йомош тапҡан булып, яугир-һанатын Мәскәй әбейгә ебәргән. Ҡулына хат тотторған. Мәскәйгә “яугирҙе сихырлап, бер аҙ ваҡыт үҙендә ҡалдырырға” ҡушҡан.
Һанат уҡ-һаҙағын, ҡалҡанын тотҡан да юлға сыҡҡан. Хан ҡыҙҙы һарайға килтерергә ҡушҡан, ләкин ул хандың ярандарын күргәс тә урманға ҡасҡан. Атаһы алдан иҫкәртеп, хандың бойороғо тураһында әйтеп, һаҡ булырға ҡушып киткән уға.
Өйгә ҡайтырға ҡурҡҡан ҡыҙ урман эйәһенән үҙен йәшереүҙе һораған. Шул минутта ул ағасҡа әйләнгән. Ҡыҙҙы таба алмағас, хан яугир-һанатын ҡайтарырға уйлаған. Урманға ингән дә Мәскәй әбейҙе саҡырған. Уныһы шунда уҡ алдында пәйҙә булған.
– Минең һанат әле һиндәме? Яугиремде ҡайтарырға булдым, – тигән хан.
– Ярҙамсыңды ҡулайлаштырҙым. Ана, урман эсендә йөрөй, ҡалҡаны, уҡ-һаҙағы ла үҙендә. Һине яралы-сирле саҡтарыңда күп күтәреп йөрөттө, бынан һуң да иңдәрендә генә йөрөтөр, – тигән дә Мәскәй, шарҡылдап көлөп, күҙҙән юғалған.
Урман эсенән атҡа оҡшаған бер хайуан килеп сыҡҡан. Уның башында ҡалҡан кеүек мөгөҙ булған, ә шул ҡалҡан-мөгөҙҙә уҡтар ҡаҙалып торған һымаҡ, ти. Быны күргән хан бер аҙ аптырап ҡарап торған да ҡыуанып киткән. Бындай хайуанға ултырып килгәнде күргән дошман шунда уҡ ҡурҡып ҡасыр, тип уйлаған.
Хан йәнлекте үҙенең артынан эйәрергә саҡырған. Тик йән эйәһе урынынан ҡуҙғалмаған. Башын ғорур күтәреп, оҙаҡ ҡына ҡарап торған да, мөгөҙөн һелкетеп төшөрөп, хан алдына ырғытҡан һәм урман эсенә инеп юғалған. Бының менән ул, мин башҡа һинең яугирең түгел, тип әйтергә теләгәнме икән – хан аңлап өлгөрмәгән. Уға боролоп ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмаған.
Шулай итеп, хан үҙенең иң ышаныслы яугирен юғалтҡан. Оҫталыҡ, тоғролоҡ ҡәҙерен белмәгән түрәгә хеҙмәт итеүҙең мәғәнәһе юҡ икәнен аңлаған, күрәһең, уның һанаты.
Бына шулай донъяла мышылар барлыҡҡа килгән. Уларҙың мөгөҙ ташлау ғәҙәте лә шул ваҡыттарҙан килә икән.