Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Декабрь 2020, 11:00

Әлшәйҙә – "Өфөнән һөйөү менән"

Райондың Раевка ауылындағы Мәҙәниәт һарайында 400 урынлыҡ заманса кинозал асылды.

Ошо көндәрҙә Әлшәй районының Мәҙәниәт һарайында 400 урынлыҡ заманса кинозал асылды.
Мәғлүм булыуынса, Раевка ауылы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә 500-гә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙәге кинозалдарға булышлыҡ итеү буйынса Кино фонды конкурсында еңеүселәр иҫәбенә ингәйне.
Кинозалды йыһазландырыуға биш миллион һум бүленде. Был аҡсаға заманса кино ҡорамалдары, тауыш ҡулайламалары һәм 3D-күҙлектәр һатып алынды. Репертуарға мотлаҡ милли, заманса һәм совет, шулай уҡ балалар өсөн фильмдар индерелә. Яңы объектты асыу айҡанлы ҡунаҡтарға Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы күрһәтелде.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Кино фонды субсидияһына алты кинозал асыла: Дәүләкәндә – икәү, Иглинда, Раевкала, Саҡмағошта, Стәрлебашта – берәр. Һәр кинозалды яңыртыуға бишәр миллион һум аҡса бүленгән.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас