Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Декабрь 2020, 18:30

Дмитрий Дюжев – Сибайҙа

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы башҡорт ҡалаһына ниндәй маҡсат менән килде?

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Жмурки», «Остров», «Мне не больно» кинолары һәм барыбыҙға ла билдәле «Бригада» телесериалы актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, режиссер Дмитрий Дюжев “Евгений Онегин” моноспектакле менән сығыш яһаны.
Быға тиклем тик телевизор экранында ғына күргән актерҙың Сибай сәхнәһендә сығыш яһауы Яңы йыл алды мөғжизәһе кеүек тойолдо. Тамашасы Рәсәй йондоҙон аяғүрә баҫып алҡышланы.
Был сараны бөгөнгө көн геройҙары - коронавирус менән алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Алға, Сибай” йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Денис Назаров ойошторҙо.
Сәхнәлә шулай уҡ "Сибай" халыҡ бейеү, "Мироколица" рус халыҡ йырҙары ансамблдәре һәм Ғәлиә Бжикова сығыш яһаны.
Дмитрий Дюжев моноспектаклдән һуң театрға килгәндәр менән ихлас әңгәмәләште, тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Әлеге көнүҙәк проблемаларға үҙ фекерен әйтте.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Дмитрий Дюжевҡа иҫтәлеккә йәшмәнән эшләнгән картина бүләк итте.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас