Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2020, 16:45

Рэпер Моргенштерн кәләш эҙләйме?

Ә Өфө ҡыҙы Дилара Зиннәтуллина ҡайҙа булған?

Өфөнән билдәле рэпер Алишер Моргенштерн Беренсе каналда сыҡҡан популяр тапшырыуҙа ҡатнашҡан.
“Әйҙә, өйләнешәйек” (“Давай поженимся”) тапшырыуының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Лариса Гузеева социаль селтәрҙә ҡыҫҡа ғына видеояҙма ҡуйған һәм фотолар һалған. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ғәҙәттәге ҡиәфәтенән айырмалы, классик салбар һәм күлдәк кейгән Моргенштерн йырлай һәм бейей, эргәһендә бер ҡыҙ ҙа бар.
Видеонан аңлашылмай: Моргенштерн тапшырыуға үҙенә пар эҙләп килгәнме, әллә кейәү эҙләгән ҡыҙ өсөн өс кандидаттың береһеме?
Шуныһы: әлеге ваҡытта музыкант Өфө ҡыҙы Дилара Зиннәтуллина менән бергә. Улар 2017 йылда танышҡан. Былтыр йәштәрҙең юлдары айырылып алыуы ла билдәле, әммә күптән түгел улар тағы ла ярашҡан, тип хәбәр итә мәғлүмәт саралары.
Фото: “Горобзор” порталы.
Читайте нас