4 декабрҙә Ғафури районы халҡы икеләтә шатлыҡ кисерҙе: тантаналы шарттарҙа өр-яңы төҫ алған район Мәҙәниәт һарайы һәм “Көгөш” кинозалы асылды.
Мәҙәниәт һарайының асылыуын район кешеләре түҙемһеҙлек менән көттө. Ниһайәт, оҙайлы капиталь ремонттан һуң, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, район мәҙәниәт һарайы үҙ ишектәрен асты. Дөйөм алғанда, капиталь ремонтҡа республика һәм район бюджетынан 39 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Бинаның тышы ғына түгел, эсе лә үҙгәреш кисергән: ҡыйығы йүнәтелгән, фасады яңыртылған, эске яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, яңы заманса яҡтылыҡ, тауыш ҡорамалдары менән тулыландырылған, 360 урынға иҫәпләнгән тамаша залында уңайлы йомшаҡ ултырғыстар урынлаштырылған.
Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Ә. Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһы директоры урынбаҫары Рөстәм Солтанғужин, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашырға шулай уҡ район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла килгәйне. Коронавирусҡа бәйле, сара аҙ кеше ҡатнашлығында үтте.
Ҡунаҡтар башта фойелағы күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре (Юлыҡ, Ерек, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорттары), М. Ғафури һәм Ж. Кейекбаевтың йорт-музейҙары, район китапханаһы, балалар ижады үҙәге үҙенсәлекле күргәҙмәләр әҙерләгәйне.
Артабан ҡунаҡтар тамаша залына үтеп, сәхнәлә урынлаштырылған 3Д форматындағы экрандан тыуған районыбыҙ тураһында видеофильм ҡараны.
"Ғафури ере таланттарға бай, киләсәктә башҡа төбәктәрҙән килгән кешеләрҙең беҙҙең бай тарихҡа ғына түгел, ә яҡташтарыбыҙҙың уникаль ижадына ла һоҡланыуын теләйем. Районыбыҙҙың мәҙәни тормошондағы йәнә бер иҫтәлекле ваҡиғаны айырыуса һөйөнөс менән билдәләп үтәм: бөгөн кинозал да асабыҙ! Беҙҙә яңы кинотехнологиялар барлыҡҡа килеүе - шатлыҡлы күренеш, һәм, иманым камил, йәштәрҙе тап үҙебеҙҙә фильмдар ҡарарға йәлеп итәсәк. Иң мөһиме - хәҙер район кешеләре Рәсәй һәм сит ил фильмдары премьераларын ҡалаға барып түгел, ә үҙебеҙҙә ҡарай аласаҡ. Бөгөн беҙгә ошондай ҙур мөмкинлек биргән республика етәкселегенә, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына, подрядсы ойошмаларға ысын күңелдән рәхмәт", - тине Фәнзил Сыңғыҙов.
Артабан Фәнзил Фәйез улы бер төркөм һөнәр оҫталарына - хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ғафуриҙарҙы мөһим, иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләне. Ул райондың кинозалдарға ярҙам биреү буйынса Рәсәй кино фонды конкурсында ҡатнашыуын юғары баһаланы. Шунда еңеү һөҙөмтәһендә биш миллион һумлыҡ грант отоп, ошондай күркәм зал булдырыуға өлгәште ғафуриҙар.
Сараны район Мәҙәниәт һарайы артистарының, ижади коллективтарҙың, үҙешмәкәрҙәрҙең сағыу сығыштары биҙәне.
Фото: республика Мәҙәниәт министрлығы сайты.