Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Декабрь 2020, 10:36

Ғалим-педагог һәм әҙип эшмәкәрлегенең өс тағаны

Өс нәмә – тыуған ер, бабалар ҡаны, әсә теле – кешене кеше иткән кеүек, милләтте милләт итә. Шамил АНАҠ.

Әлшәй еренән сыҡҡан башҡорт шағиры Шамил Мәхмүтовтың (Анаҡтың) фекерен мәҡәләмә тикмәгә генә эпиграф итеп алманым. Унда һүҙ барасаҡ шәхестең бөтә аңлы ғүмерендәге йәшәү принциптары, эш-ғәмәлдәре, ижад кредоһы ошо фекерҙе тәрән аңлап, тормошҡа ашырып йәшәүҙең бер өлгөһө булып тора.

Тыуған ерҙән һут алып...


Уның менән студент йылдарынан бирле танышбыҙ. Аспирантурала ла бер үк ғилми учреждениела бер үк ваҡыттарҙа тиерлек уҡырға тура килде. Һайлаған фәнни эҙләнеүҙәребеҙ йүнәлеше лә бер үк булды: тыуған еребеҙҙә әлмисаҡтан йәшәгән, уны күҙ ҡараһындай һаҡлап, күпме ҡан вә ҡара тир түккән, ниндәй ауыр шарттарҙа ла ижад иткән ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫын, халыҡ шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбай һүҙе менән әйткәндә, “Рух яҙыуы”н өйрәнеп, хәҙерге заманға ҡайтарыу һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу. Шул йүнәлештәге тәүге етди аҙымдарыбыҙ һуңғы һулыштарына тиклем халҡына, тыуған еренә тоғро хеҙмәт иткән бөйөк шәхестәребеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Салауат Юлаев ижадтары буйынса бер-бер артлы фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлау булды. Аспирантурала уҡыған йылдарҙа һәм артабан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләү осоронда академик (ул саҡтарҙа – фән докторы) Ғ.Б. Хөсәйенов етәкселегендә алты томлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихын яҙыу өсөн мәғлүмәттәр туплау ниәтендә археографик экспеди­цияларҙа күпме юл үтелгән, архивтарҙа баш күтәрмәй күпме эҙләнеүҙәр алып барылған, иҫке төрки, юҡ-юҡ та ғәрәп, фарсы телдәрендәге иҫке ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарҙы системалаштырып өйрәнеү маҡсатында күпме текстологик эштәр башҡарылған, күп томлыҡтың совет осорона тиклемге ике томына бөгөн дә, миңә ҡалһа, киләсәктә лә әһәмиәтен юғалтмаҫтай дөйөм күҙәтеү бүлектәре, ижади портреттар яҙылған. Артабан 40 йылға яҡын бергә республикабыҙҙың төп юғары белем биреү усағы Башҡорт дәүләт университетында эшләү.


Халыҡ “Тормош – даръя, ғүмер – аҡҡан һыу” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Минең Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев атлы уҙаман менән танышып-аралашып, ғилми хеҙмәттәр, вуз һәм мәктәп дәреслектәре яҙыуға, студенттарға, аспиранттарға һабаҡ биреүгә, фән әһелдәре әҙерләүгә мөкиббән бирелеп, республикабыҙ һәм унан ситтәге өлкәләрҙәге мәктәптәрҙә, училищеларҙа һәм башҡа кимәлдәге уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың торошон камиллаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ал-ял белмәй бөтә күңелде һалып йүгереп йөрөүгә лә ярты быуат үткән дә киткән. Шул арауыҡта ул абруйлы педагог, ҙур ғалим, күренекле прозаик булып танылды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Р. Ға­рипов исемендәге премия лауреаты тигән исемдәргә лайыҡ булды, филология фәндәре докторы, профессор дәрәжәләренә күтәрелде. Әҙәми заттың кешелек асылын сағыу күрһәткән, милләтен күтәрергә, алға әйҙәргә булышлыҡ иткән төп өс сифаты – тыуған ерен, халҡын ихлас һөйөүе, ата-бабалары рухына тоғро ҡалып, улар тыуҙырған рухи-зиһени мираҫты һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә бөтә көсөн һалыуы, әсә телен, туған әҙәбиәтен тиңдәр араһында тиң итеп йәшәтер өсөн йән атып көрәшеүе уны бөгөн ысын мәғәнәһендә ил ағаһы итеп танытты. Тиккә генә ул үҙе республиканың тормошон һәм ижадын тиҫтәләгән йылдар буйына ентекләп өйрәнгән бөйөк шәхесебеҙ Салауат Юлаев исемендәге юғары орденына лайыҡ булманы.


Мирас Хәмзә улына 60 йәш тулған көндәрҙә, 2005 йылдың декабрендә, миңә уның тыуған төйәгендә – бәрәкәтле Баймаҡ районында хәләл ефете, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова (Иҙелбаева) менән бергә юбилей сараларында ҡатнашырға яҙғайны. Былай Баймаҡ яҡтарында быға тиклем дә, унан һуң да төрлө сараларға, башлыса мәғариф, ғилми-методик, мәҙәни-ағартыу йүнәлештәрендәге сараларға бәйле бер нисә тапҡыр булырға тура килде. Был юлы юбилярҙың тыуған ауылы Ишбирҙене күрергә, уның халҡы һыулаған йылғаның тәмен татып ҡарарға яҙҙы.


Ауыл ҡыш көндәрендә лә туңмаған көслө ағымлы Йылайыр йылғаһының ике яғындағы урманлы тауҙар ҡуйынында, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан булып сыҡты. Уның янында ғына Йылайырға ике яҡтан Ҡондорош, Ҡуһа йылғалары килеп ҡушыла икән. Ул саҡта мин: “Юбилярыбыҙҙың күңел-зиһен донъяһы, уның байлығы вә нескәлектәре күҙгә күренмәҫ серле ептәр менән бына ниндәйерәк төйәккә килеп тоташҡан икән. Хозурлығы ла, бирер муллығы ла, ҡырыҫлығы ла барҙыр был ерҙең”, – тип уйлап ҡуйғайным. Үҙе 1945 йылдың 9 декабрендә яҡты донъяға ауаз һалырҙан бер ай элек атайһыҙ, 10 йәше тулғанда әсәйһеҙ ҡалған баланың уй-хыял даирәһе лә, холоҡ-фиғеле лә тап ошо гүзәл дә, бай ҙа, ҡырыҫ та тәбиғәт ҡосағында, унда йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәре солғанышында формалашҡан, киң донъяға юл ярышҡан да инде. Ни генә тимә, уның VII класты тамамлап, республикабыҙҙың данлыҡлы 1-се интернат-мәктәбенә килеп уҡый башлаған сағы аң-тоңдо белерлек, төрлө хәл-күренештәрҙең айышына ныҡлап төшө­нөрлөк йылдары бәрәкәтле тыуған төйәгендә үткән бит.


Юбиляр хөрмәтенә район үҙәк китапханаһында, мәктәптәрҙә уҙғарылған сараларҙағы сығыштарымда тиккә генә мин ошо мәлгә һәм бөтмөр, тырыш тигән тө­шөнсәләргә баҫым яһарға тырышманым. Халыҡта “Үлән үҫкән ерендә үҫә” тигән әйтем бар. Мирас атлы малай ана шул бәрәкәтле ерҙән, ундағы илһөйәр, эшһөйәр халыҡтың күңел донъяһынан һут алып үҫкән, аҡрынлап ҙур шәхес булып формалашҡан. Мирас Хәмзә улы тыуған ерендә һутланған рухи-зиһени “үләнен” ҡоротмай артабан үҫтерә алырлыҡ һәләте, рухи көсө, бөтмөрлөгө вә тырышлығы арҡаһында ил ағаһы юғарылығына күтәрелә алған да инде.


Фән өлкәһендәге эҙләнеүҙәр


Ә хәҙер һүҙҙе егәрле талант эйәһе эшмәкәрлегенең төп асылын билдәләр фән өлкәһендәге эҙләнеүҙәренә йүнәлтәйек. Уның был өлкәләге тәүге етди аҙымы 1974 йылда яһала. Аспирантураға инеп киткәс, ул тәҡдим ителгән темаларҙан Салауаттың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә ҡағы­лышлыһында туҡтала. Быға уны эске һиҙемләүе, күңел тартыуы – йөрәк-тамырҙарында үҙен хәтерләтеп типкән ата-бабалар ҡаны, бала саҡтан уҡ милли батырыбыҙ, шағир-сәсәнебеҙ хаҡындағы фольклор әҫәрҙәре менән танышып, айырыуса С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып, бөйөк шәхескә оло хөрмәт һәм һоҡланыу һулышы менән йәшәүе, студент сағында Салауат районына фольклор практикаһына барыуы, Салауат эҙҙәре буйлап йөрөүе, мәмерйәһенә (“Яҡташ өйөн”ә) инеүе ваҡиғалары этәрә.


Теманы дөрөҫ һайлау – ғилми тикшеренеү юлындағы ярты уңыш, тигәндәй, шағир-импровизатор ижадын ете генә шиғыр, бер генә ҡобайыр менән күҙаллаған ваҡытта, аспирант уға бәйле темала туҡталып, ысын мәғәнәһендә ҡыйыулыҡ күрһәтә һәм уңыштарға илтер асҡысты дөрөҫ таба. Тилберлек, бөтмөрлөк, тырышлыҡ, төрлө юҫыҡтағы дәлилдәрҙе, мәғлүмәттәрҙе, өтөр-нөктәһенә тиклем күҙҙән ысҡындырмаҫҡа тырышып, берәмләп йыйыу, системаға килтереү (хәйер, ҡараңғы төндә энә күҙәүенән еп үткәреү менән сағыштырырҙай бындай эш, фәнгә арналған бөтә ғүмеремде халҡымдың тап рухи мираҫын өйрәнеүгә арнаған кеше булараҡ, миңә үтә лә ныҡ таныш һәм яҡын) матур һөҙөмтәһен бирә: әҙәби мираҫыбыҙ милли батырыбыҙҙың, шағир-сәсәнебеҙҙең алтын бөртөктәренә бәрәбәр яңы шиғырҙары, йырҙары, фармандары, өндәмәләре, үҙ ҡулдары менән яҙылған хаттары, дөйөм тарихыбыҙ, шул иҫәптән мәҙәниәтебеҙ вә әҙәбиәтебеҙ тарихы документаль ерлекле фактик материалдар менән байый төшә, уларҙы ентекле өйрәнеү ерлегендә “ХVIII быуат башҡорт әҙәбиәте һәм Салауат Юлаев ижады” тигән диссертация эше барлыҡҡа килә лә 1980 йылда уңышлы яҡлана. Ошо ваҡыттарҙан алып Салауат Юлаев һәм уға бәйле ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни мөхит М. Иҙелбаевтың ғилми эҙләнеүҙәре һәм әҙәби ижады ҡиблаһына әүерелә. Уның диссертация эше 1984 йылда БДУ нәшриәтендә урыҫ телендә донъя күрә. 1994 йылда ғалим Салауат Юлаев шиғырҙарының, йырҙарының, документаль-публицистик яҙмаларының бөгөнгә иң тулы булған тупланмаһын төҙөп донъяға сығара.


Шул уҡ йылда ул “Юлай улы Салауат” тигән тарихи-документаль китабын уҡыусы хөкөмөнә еткерә. Был ярым ғилми, ярым әҙәби китабын 2004 йылда урыҫ телендә баҫтырып, ғалим-әҙип башҡорттоң бөйөк улы тормошо һәм ижады менән Рәсәй һәм унан ситтәге урыҫ телле киң уҡыусылар даирәһен таныштырыу хәстәрлеген дә күрә. Бынан тыш, ул уның хаҡында төрлө төбәктәрҙә һәм илдәрҙә уҙғарылған төрлө кимәлдәге ғилми конференциялар тупланмаларында, фәнни йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа төрлө телдәрҙә 100-ҙән күпкә артыҡ мәҡәлә баҫтырып сығара.


“Салауат Юлаев. Энциклопедия” (2004) тигән төплө хеҙмәтте әҙерләүҙә һәм донъяға сығарыуҙа ла Мирас Хәмзә улы бөтә күңелен биреп ҡатнаша, күп көс түгә.


М.Х. Иҙелбаевтың айырым олуғ шәхес яҙмышы һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныу офоҡтары артабан киңәйә барып, уның шағир-импровизатор булараҡ формалашыуында мөһим роль уйнаған художестволы-эстетик фекер традицияларын, унан алдағы һәм ул йәшәгән осорҙағы тарихи-мәҙәни мөхитте байҡауға алып килде.


Салауат Юлаев ижадында фольклор һәм яҙма шиғриәт традицияларының үҙенсәлекле осрашыуын асыҡлаған ғалим хәҙер төп иғтибарын һүҙ сәнғәтендә, фольклор һәм яҙма әҙәбиәттән тыш, телдән ижад итеүселәрҙең уй-ҡараштарын, эстетик идеалын сағылдырыуҙарында шәхси стилдәре ярылып ятҡан йәнә бер ижади йүнәлештең – ауыҙ-тел әҙәбиәтенең булыуын иҫбатлап, күрһәтеп биреүгә йүнәлтә. Башҡорт художестволы-эстетик фекере тарихында борондан уҡ авторлыҡҡа дәғүә иткән ауыҙ-тел әҙәбиәте күренешенең булыуы, әҙәбиәт белгестәребеҙҙең уны ентекле өйрәнеү, һүҙ сәнғәтебеҙ тарыхында лайыҡлы урын бирҙереү йүнәлешендә эш алып барырға тейешлеге хаҡындағы фекерҙе башлап ХХ быуаттың 70-се йылдарында күренекле ғалимыбыҙ Ғ. Б. Хөсәйенов әйткәйне. БДУ-ға эшкә килгәс, йәш ғалим, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек уҡытыу-методик эштәр менән бер рәттән, ошо фекер өҫтөндә ныҡлап уйлана, эҙләнә башлай, уны аныҡ ерлеккә ҡуйыуға, тормошҡа ашырыуға күп көс һала. БДУ нәшриәтендә бер-бер артлы “Тарихи дәүерҙәр һәм башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте” (1999) һәм “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте” (2000) тигән монографияларын баҫтырып сығара.


Боронғонан аманат


Тырышлыҡ бушҡа китмәй. БДУ-ла беҙҙең тарафтан республикабыҙ тарихында беренсе тапҡыр ойошторолған һәм етәкләнгән совет осорона тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһында иңгә-иң терәп эшләп йөрөгән коллегам 2001 йылда “Башҡорт һүҙ сәнғәте системаһында ауыҙ-тел әҙәбиәте” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тиҙҙән уҡыу пландарына үҙгәрештәр индереү форсаты тыуған бер мәлдә, бөгөн һис тартынмай әйтә алам – минең башланғыс һәм йәнтәслим тырышлыҡ, диссертанттың һәм декан М.В. Зәйнул­линдың теләктәшлеге, айырыуса проректор Б.С. Ғәлимовтың хуплауы менән был хеҙмәт нигеҙендә уға “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте” тигән өр-яңы предмет индерелде. Ул хәҙер ике тиҫтәгә яҡын йыл инде факультетыбыҙ студенттарына уҡытыла. Әлбиттә, уның программаһын башлап профессор М.Х. Иҙелбаев төҙөнө һәм дәреслеген әҙерләп, 2007 йылда шул уҡ БДУ нәшриәтендә баҫтырып сығарҙы, дәрестәрен алып барҙы.


Был эштәрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә 2007 йылда “Китап” нәшриәтендә уның “Боронғонан аманат” тигән образлы атама менән төплө монографияһы донъя күрҙе. Унда ғалим объектив тарихи-социаль һәм сәйәси шарттар арҡаһында ауыҙ-тел әҙәбиәтенең фольклористикала ла, әҙәбиәт ғилемендә лә өйрәнелмәүе сәбәпле халыҡ ижады менән бутап йөрөтөлөүе, фольклор емештәре итеп иҫәпләнгән әҫәрҙәрҙе асылда кемдер тәү башлап тыуҙырғаны йә башҡарғаны, уларҙың тора-бара дөйөм халыҡ ижады хазинаһы булып китерҙән алда эшмәкәрлек йүнәлештәре профессиональ характерҙа булғанын асыҡ күрһәтеп торған дөйөм атама менән йөрөтөлгән (мәҫәлән, боронғо һиндтарҙа бхарата, гректарҙа аэд, ирландтарҙа друид, француздарҙа трувер, урыҫтарҙа скоморох, төрөктәрҙә ашуғ, үзбәктәрҙә бахшы, ҡаҙаҡтарҙа аҡын һ. б.) авторҙарҙың импровизация юлы менән тыуҙырылған ауыҙ-тел әҙәбиәте өлгөләре булыуы, был ижад формаһының күпселек халыҡтарҙың рухи-мәҙәни үҫеше тарихында яҙма барлыҡҡа килгәнгә тиклемге бер этапты тәшкил итеүе, айырым шарттарҙа яҙманың халыҡтың бөтә социаль ҡатламдарына инеп бөткәненә тиклем дауам итеүе, башҡорттарҙа авторлы ауыҙ-тел шиғриәтенең “Урал батыр” эпосы ижад ителгән дәүерҙән алып ХХ быуат урталарына тиклем яҙма әҙәбиәт менән йәнәш йәшәүе хаҡындағы фекер-ҡарашын күп һанлы дәлил-миҫалдар, төплө күҙәтеүҙәр менән раҫлай. Хеҙмәттә иң боронғо башҡорт ауыҙ-тел ижадсылары – һынсылар, баҡ­сылар эшмәкәрлегенең тәбиғәтен, артабанғы осорҙарҙа халыҡ араһында киң танылыу яулап, исемдәре уның күңеле түрендә уйылып ҡалған йырауҙар һәм сәсәндәрҙең (Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған, Шалғыйыҙ, Ерәнсә, Ҡобағош, Аҡмырҙа, Ҡарас, Мәхмүт, Байыҡ Айҙар һ. б.) ижадын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәғлүмәт өсөн бында юл айҡан һүҙ сәнғәтендә фольклор менән яҙма әҙәбиәттән тыш, ауыҙ-тел әҙәбиәте йүнәлеше лә барлығы тураһындағы фекер-ҡараштың беҙҙең тарафтан яҡлау таба килеүе һәм 2016 йылда филология фәндәре кандидаты М.Б. Юлмөхәмәтов менән берлектә башҡорт әҙәбиәтенән мәктәптәр өсөн төҙөп баҫтырылған програм­маға ла һәм шул уҡ йылда М.Х. Иҙелбаев менән берлектә донъяға сығарылған IX класс дәреслегенә лә башлап индерелеп ебәрелеүе, шул рәүешле ауыҙ-тел әҙә­биәтенең хәҙер мәктәп – вуз мәғарифы системаһында эҙмә-эҙлекле өйрәнелә башлауы хаҡында әйтеп үтеү урынлы булыр.


Ғалим-әҙип


Профессор М.Х. Иҙелбаев – әҙәби ижад донъяһына ла ныҡлы аҙымдар менән аяҡ баҫҡан уҙаман. Уның мәктәптә, университетта уҡыған, ундағы әҙәби түңәрәккә (хәҙерге “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә) йөрөгән, уның старостаһы булған йылдарында республика матбуғатында, “Йәш көстәр” альманахында шиғырҙар баҫты­рыуҙан башланған ижады тиҙҙән эпик йүнәлеш алып, ғилем өлкәһендәге эҙләнеүҙәре тәбиғәтенә ауаздаш төҫ ала. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, рухи мираҫы, олуғ шәхестәре тормошо һәм ижады менән тәрән ҡыҙыҡһынып, ғилми хеҙмәттәр яҙыуы уның художестволы-эстетик фекере донъяһында ла асыҡ сағылыш таба башлай.


Проза өлкәһендәге әҙәби ижадҡа ул асылда фәнгә килгән саҡта аяҡ баҫа. ХХ быуаттың 70-се йылдары уртаһында ваҡытлы матбуғатта уның тәүге ғилми мәҡәләләре менән бер рәттән беренсе хикәйәләре лә донъя күрә. Уларҙың артынса “Һынау” (1984), “Юлдаштар” (1985), “Юлай улы Салауат” (1994, 2004 – рус телендә), “Ҡыҙыл ҡарҙар” (2001) тигән китаптары, 2013 һәм 2019 йылдарҙа ике китаптан торған “Иҙел йорт” исемле күләмле романы баҫылып сыға. Хикәйәләрҙән һәм повестарҙан тупланған тәүге ике китабында прозаик үҙенең уй-фекерҙәре ағышын хәҙерге осор тормошона йүнәлтә. Уларҙа ул заманыбыҙ герой­ҙарының көндәлек хәстәрлектәрен, күңел донъяһын, уй-кисерештәрен, ғаилә мөнәсәбәттәрен, мөхәббәт хистәрен ярайһы тәрән һәм ышандырырлыҡ психологик буяуҙар менән һүрәтләүгә өлгәшә.


Өсөнсө китап иһә, исеме үк әйтеп торғанса, халҡыбыҙҙың легендар улы Салауат Юлаевтың тормош һәм туған халҡы азатлығы вә киләсәге өсөн көрәш юлы, ижады хаҡындағы күләмле генә тарихи-документаль әҫәрҙән, алда әйтеп үткәнебеҙсә, ярым ғилми, ярым әҙәби ижад емешенән ғибәрәт. Шулай тарихи тема яҙыусының ижадында үҙенә бер ныҡлы йүнәлеш рәүешендә нығына һәм тармаҡлана башлай.


Уның дүртенсе китабына ингән “Декабрь йондоҙҙары”, “Ҡыҙыл ҡарҙар” повестары шул хаҡта асыҡ һөйләй. Тәүге әҫәрҙең төп геройы – ХIХ быуаттың 80-се йылдарында Ырымбур гимназияһында, Ҡазан университетында уҡыған, В.И. Лениндың һабаҡташы һәм көрәштәше булараҡ, студенттарҙың революцион йыйылышында ҡатнашҡан, хәҙерге Баймаҡ районының Хәсән ауылынан сыҡҡан башҡорт егете Мирсаяф Бейешев. “Ҡыҙыл ҡарҙар” повесында иһә шул уҡ Ирәндек төбәгендәге Байым ауылында тыуып үҫкән ғалим, әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымов образы аша үткән быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сталин золомон кисергән зыялыларыбыҙҙың фажиғәле яҙмышы бәйән ителә. Был әҫәр ҙә, Салауат Юлаев хаҡындағы китап кеүек, тарихи-документаль ерлеккә ҡоролған.


Тарихи-документаль характерҙағы ошондай әҫәрҙәрҙе яҙыу М.Х. Иҙелбаевтың ижад офоҡтары киңәйеүгә, халҡыбыҙ тормошон вә яҙмышын, үҙ азатлығы һәм бәхете өсөн көрәшен тарих төпкөлөнәрәк төшөп художестволы өйрәнеү һәм яҡтыртыу теләге көсәйеүгә ҙур этәргес бирә. Бында уның ғилми эҙләнеүҙәре даирәһе лә, һис һүҙһеҙ, үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Һүҙ сәнғәтебеҙҙә ауыҙ-тел әҙәбиәтенең формалашыуы һәм үҫеүе тарихын, генезисын һәм теоретик аспектын, социаль-тарихи ерлеген, күре­некле вәкилдәренең тормошон, ижади һәм башҡа төрлө эшмәкәрлеген ентекле өйрәнеү барышында ғалим-әҙиптең күңелендә туған халҡының урта быуаттар дәүерендәге ҡатмарлы тарихындағы социаль-иҡтисади яҡтан ғына түгел, сәйәси йәһәттән дә үтә мөһим булған бер осорҙоң әҙәби панорамаһын тыуҙырыу уйы тыуа. Һәр хәлдә, уның ғилми һәм әҙәби эшмәкәрлеге лабораторияһы менән яҡшы таныш кеше булараҡ, минең өсөн ул шулай.


Уның ХV быуат аҙағы – ХVI быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан ерендә Ҡазан, Себер ханлыҡтары менән килешеп-ярашып көс туплаған Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙарының аяныслы тормошон яҡтыртҡан “Иҙел йорт” романы, минеңсә, тап ана шул ғилми эҙләнеүҙәр барышында бер осҡон булып тыуған идеяның күп планлы, үҙенсәлекле сағыу художестволы сағылышы булып тора ла инде. Ә ул идея тарихи һынылыш алдында торған башҡорт ҡәүемдәренең болғансыҡ, ҡаршылыҡлы шарттарҙа йәшәгән заманы өсөн үтә лә мөһим: бер тупҡа бер бөтөн халыҡ булып берләшеп, үҙәкләшкән дәүләт системаһын барлыҡҡа килтереү, уның башлығын һайлау, баш ҡалаһын билдәләү. Ҡайһылыр бер мәлдәрендә хатта бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған был ижтимағи-сәйәси мәсьәләне тормошҡа ашырыу өсөн Мең ырыуы башлығы Баязит бейҙең, уның улы Ҡобағош сәсәндең фиҙакәр көрәше әҫәрҙә бик ылыҡтырғыс тормошсан картиналарҙа үҙенә бер логик эҙмә-эҙлелек менән яҡтыртыла. Роман хаҡындағы һүҙҙе ошоноң менән сикләп торайыҡ, сөнки уның идея-художество тәбиғәтен бары айырым бер күҙәтеү мәҡәләһендә генә күпмелер кимәлдә асып бирергә мөмкин.


Тәжрибәле педагог-методист


М.Х. Иҙелбаевтың тыуған ерен, халҡын ихлас һөйгән, уның тарихына, тыуҙырған рухи байлығына, теленә һәм әҙәбиәтенә тәрән ихтирам менән ҡараған, уларҙы һаҡлау-үҫтереү өсөн күп көс түккән кеше булыуы педагогик, ғилми-методик эшмәкәрлегендә һәм йәмәғәт эштәрендә лә асыҡ күренә. БДУ-ла эшләгән дүрт тиҫтәгә яҡын йыл эсендә ул үҙен тәжрибәле педагог-методист итеп танытты, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн “Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы” (2007), “Әҙәбиәтте уҡытыу методикаһы” (2011), “Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре“ (2013) тигән уҡыу әсбаптарын, “Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте” (2007), “Башҡорт әҙәбиәте. Боронғо осорҙан алып ХIХ быуатҡа тиклем” (2015, авторҙашы – З.Ғ. Мырҙағолова) тигән дәреслектәрен баҫтырып сығарҙы.


Ғалим-педагог республикабыҙҙа һәм унан ситтәге төбәктәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың торошо менән даими ҡыҙыҡһына, уны камиллаштырыуға ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итергә тырыша: мәғарифҡа ҡағылышлы төрлө фәнни-ғәмәли форумдарҙа әүҙем ҡатнаша, көнүҙәк мәсьәләләр менән сығыш яһай, бынан 35 йыл элек минең һәм уның башланғысы менән бөгөн күҙ алдына ла килтермәҫлек саялыҡ вә дыуамаллыҡ менән башлап ебәрелгән, хәҙер рәсми рәүештә йыл һайын үткәрелгән уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр ярышында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында жюри ағзаһы сифатында әүҙем ҡатнаша. Мәғариф министрлығы яңы дәреслектәр төҙөүгә конкурс иғлан иткәндән һуң, уның етәкселегендәге авторҙар коллективы (Ә.М. Сөләймәнов, М.Б. Юлмө­хәмәтов) һәм шәхсән үҙе 1991 йылдан башлап V һәм VI кластар өсөн “Туған әҙәбиәт” дәреслектәрен, башҡорт әҙәбиәтенән кластан тыш уҡыу китаптарын, I – IV кластар өсөн Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса “Живые родники” тигән дәреслек-хрестоматияларын, уларҙың татар мәктәптәре өсөн “Тере чишмәләр” тигән варианттарын әҙерләп баҫтыра. Шулай уҡ ул татар мәктәптәренең V һәм VI кластары өсөн Ф. Зиннәтуллина менән берлектә башҡорт әҙәбиәте буйынса “Башкортостан – туган жиргенәм” исемле кластан тыш уҡыу китаптарын сығара. Күренә ки, һуңғы китаптарҙың бөтәһе лә рус һәм татар мәктәптәрендә уҡыусылар, әйтерһең дә, ниндәйҙер бер башҡа дәүләттә һымаҡ, үҙҙәре йәшәгән, әпәкәйен ашаған, һыуын эскән, һауаһын һулаған ил-ҡоронан бөтөнләй айырымланған ҡиәфәттә белем алып йөрөмәһен, саҡ ҡына булһа ла уның тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте тураһындағы мәғлү­мәткә эйә булһын, тигән изге маҡсаттан сығып барлыҡҡа килтерелгән.


Хәтерем яңылышмаһа, үҙенең бер интервьюһында Мирас Хәмзә улы кешеләге иң һәйбәт сифат тырышлыҡ, яуаплылыҡ, оло быуынға, тарихи үткәнебеҙгә ихтирам менән ҡарау, ата-бабаларыбыҙ, халҡыбыҙ быуаттар буйы булдырған рухи байлыҡ­тарға, туған телеңә, әҙәбиәтеңә тоғролоҡ һаҡлау, тигәнерәк фекер әйткәйне. Алда ҡарап үткәндәр уның был һүҙҙәренең эштәренән һис тә айырылмауы, халыҡ әйтмешләй, исеменә есеме тап килеп тороуы хаҡында һөйләй. Бөтәһенән элек тап ошо өс сифат ғалим-әҙиптең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй күп яҡлы, маҡсатҡа ынтылышлы, тәрән мәғәнәле эшмәкәрлегенең халҡына әле оҙаҡ хеҙмәт итерҙәй муртаймаҫ өс тағаны булып тора.



Читайте нас