Элек Урман-Гәрәй, Ирәкте һәм Ҡыр-Танып улыстарына ҡараған хәҙерге Тәтешле районы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта – Пермь крайының Көйәҙе районы, көнсығышта — Башҡортостандың Асҡын, көньяҡ-көнсығышта – Балтас, көньяҡта – Борай, көнбайышта Яңауыл райондары менән сиктәш.
Баш ҡалабыҙҙан – 209 километр, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь крайы) 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ул.
Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә барлыҡҡа килгән. Тәтешле районының көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән – Тере Танып, ә төньяҡ-көнбайышта Әри йылғалары аға.
Тәтешле районында 22800 кеше йәшәй, шуның 61,8 проценты – башҡорттар, удмурттар – 21,5, татарҙар – 14,5, урыҫтар – 1,8, башҡа милләттәр – 0,3 процент.
Бәрәкәтле Тәтешле ерендә Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Хәниә Фәрхи кеүек шәхестәр тыуып үҫкән.
“Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бар тапҡан ваҡытымды вә хәл, вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-ярағы һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, Ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...” – тип яҙған үҙ заманында мәшһүр мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой.
Белеүебеҙсә, ғалимдар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының картаһы булдырылды һәм “Без башҡортлар” тип исемләнгән китап нәшер ителде. Һәр район өсөн айырым баҫма донъя күрҙе. Иң ҡыуаныслыһы: унда төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға мөмкин.
Башҡорт ырыуҙарының картаһы, шулай уҡ “Без башҡортлар” китабы менән Тәтешле районында ла таныштырҙылар.
Онлайн сарала ҡатнашыусыларҙы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов сәләмләне. Семинарҙа республика Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һәм башҡалар сығыш яһаны.
“Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” менән таныштырҙылар. Уларҙа тарихи документтар һәм картография материалдары ярҙамында мөһим мәғлүмәттәр бирелгән. Был методик әсбаптар тарих-архив документтарын өйрәнгәндә кәрәк. Шулай итеп, хәҙер уларҙың береһе тәтешлеләрҙең дә тарихи мәғлүмәттәргә бай төйәгенә арналды.
Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында республика шәжәрә байрамында еңгән, Бөтә Рәсәй кимәлендә “Ауыл ғаиләһе” номинацияһы лауреаты Земфира һәм Бәхтигәрәй Арманшиндар йәшәй. Улар тотош ғүмерен тарих сылбырҙарын тергеҙеүгә, шәжәрә ептәрен тергеҙеүгә арнаған. Шәжәрәләр конкурсында Гран-при яулаған Бәхтигәрәй Арманшинды хәҙер республикабыҙҙа ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә яҡшы белә. Уның оҙаҡ йылдар алып барған хеҙмәтенә таң ҡалырһың! “Мәшһүр мәғрифәтсе Ғәле Соҡорой шәжәрәбеҙҙе эшләп ҡалдырған. Үҙемдең Ғарифулла Кейековтың затынан икәнлегемде белә инем. 1868 йылдан алып 1912 йылға тиклем метрикаларҙы ҡарап, шәжәрәне тупланым. Барлығы ике меңгә яҡын кеше булды. Туғыҙ быуынға тиклем асыҡланым”, – ти Бәхтигәрәй Сәхипгәрәй улы.
Уның нәҫеле, Кейековтар, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға барып тоташа. Бәхтигәрәй Арманшин архив документтары ярҙамында үҙҙәренең Ирәкте-Уран башҡорттары ырыуынан булыуын иҫбатлай алған.
Шулай итеп, Тәтешле районында тыуған төбәген өйрәнергә, киләһе быуындарға тарихи ынйыларҙы сайпылдырмайынса тапшырырға, зат-нәҫел шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәр байтаҡ. Насибулла Хөснуллин да – тап шундайҙарҙан. “Ата-бабаларыбыҙ телендә һөйләшәбеҙ. Ғүмер буйы ошо телдә аралашабыҙ. Без – башҡортлар”, – тине ул сығышында.
Тәтешле музейы директоры Айһылыу Шәрифйәнова ла тарихи мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм нәҫел вариҫтарына тапшырыу зарурлығы хаҡында һөйләне, Өфөнән килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов: “Был хеҙмәттәр – оҙаҡ йылдар эҙләү, тикшереү һөҙөмтәһе. Һеҙ туплаған мәғлүмәттәрҙең яҡындарыбыҙға һәм башҡаларға, шулай уҡ райондан ситтә йәшәгәндәргә лә мөһим, ҡиммәтле икәнлеген еткерербеҙ”, – тине.