Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Декабрь 2020, 04:30

"Хәйерле иртә!" тип уятҡан дикторыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Наилә Ғизетдин ҡыҙы ярты быуаттан ашыу моңло тауышы менән радио һәм телевидение аша иртән халыҡты хәйерле иртәләр теләп уятты, бихисап тапшырыуҙар алып барҙы, тәжрибәһе һәм оҫталығы менән уртаҡлашты.

Яратҡан дикторыбыҙ Наилә Ғәләүетдинова мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 7 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин был туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Наилә Ғизетдин ҡыҙы ярты быуаттан ашыу моңло тауышы менән радио һәм телевидение аша иртән халыҡты хәйерле иртәләр теләп уятты, бихисап тапшырыуҙар алып барҙы, тәжрибәһе һәм оҫталығы менән уртаҡлашты.
Архангел районының Тирәкле ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған сағында уҡ эшләй башлай. 1979 йылда ул Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында диктор оҫталығы курсын тамамлай. Башҡортостандың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1981).
Яғымлы тауышлы дикторҙың бер айҙан буласаҡ оло юбилейына ҙур бүләк булды был.
Фото: nsportal.ru
Читайте нас