Күптән түгел Мәскәүҙә билдәле башҡорт сатиригы, шағир һәм журналист, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, Интернациональ яҙыусылар союзының почетлы ағзаһы Марсель Сәлимовтың сираттағы русса китабы –“Душа в душу” тип аталған йыйынтығы баҫылып сыҡты. Ул “Мир поэтов” серияһында донъя күрҙе. Бында А. Блок исемендәге конкурста ҡатнашыусыларҙың китаптары баҫыла. Конкурсты иһә Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы үткәрә.
Яңы йыйынтыҡта, аннотацияла яҙылғанса, “актуаллеге менән айырылып торған, уҡыусыны авторҙың оптимизмы менән һуғарған үткер сатира һәм еңел юмор, мөхәббәт лирикаһы һәм мәҫәлдәр тупланған. Был шиғырҙар Рәсәй үҙе өсөн ил генә түгел, ә ихлас борсолдортҡан, ҡайһы саҡта йылмайтҡан яратҡан күп телле Тыуған ил булған башҡорт шағирының изгелекле, йомарт күңелен аса”.
Мар.Сәлимдең шиғыр-мәҫәлдәрен руссаға Мәскәү шағирҙары Николай Переяслов менән Иван Тертычный, Санкт-Петербургтан Надежда Карпова, Пятигорскиҙан Александра Мосиенко, Әстрхандан Юрий Щербаков, Одессанан Анатолий Янь, Өфөнән Михаил Воловик, Роберт Паль, Леонид Соколов, Александр Филиппов, Марат Ямалов, Сергей Янакиҙар тәржемәләгән.
Китапҡа баш һүҙҙә күренекле әҙәбиәт, журналистика һәм фән әһелдәре - Сергей Михалков, Валерий Ганичев, Станислав Куняев, Азат Абдуллин, Әхиәр Хәкимов, Йәмил Мостафин, Иван Переверзин, Михаил Федотов, Владимир Соловьёв, Николай Иванов, Владимир Бояринов (Мәскәү), Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Зәки Әлибаев (Башкортостан), Ғариф Ахунов (Татарстан), Йордан Попов (Болгария), Дэвид Пэрри һәм Лаура Гамильтондарҙың (Бөйөк Британия) Мар.Сәлим ижады тураһындағы фекерҙәре тупланған.
Һүрәт: Интернациональ Яҙыусылар союзы.