Уҙған аҙнала Башҡортостанда “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһе финалы үтте. Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән дә килгән иң сибәр 20 ҡыҙ төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашты.
Быйыл был бәйгегә иғтибар үтә ҙур булды. Ул беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолдо. Мөһим шарт – ситтә йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа матур итеп башҡортса һөйләшергә тейеш ине. 5 сентябрҙән кастингтар башланып китте һәм ноябрь аҙағына тиклем дауам итте. Баһалама төркөмө ағзалары һәм ойоштороусылар республика һәм сит төбәктәр буйлап йөрөп, иң-иңдәрҙе һайлап алды.
Һөҙөмтәлә Башҡортостандың туғыҙ зонаһынан һәм 11 төбәгенән ҡыҙҙар һайлап алынды. Бына финалға сығыусылар – Шәүрә Яхина (Сибай), Дилә Вәлиева (Мәләүез), Юлиә Абайҙуллина (Силәбе өлкәһе), Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы), Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы), Айгүзәл Исхаҡова (Борай районы), Ләйсән Шөғәйепова (Учалы районы), Зарина Вәлиева (Мәсетле районы), Розалина Ибраһимова (Көйөргәҙе районы), Эльвина Семенова (Бөрйән районы).
Ә Рәсәй төбәктәрендәге һайлап алыу турҙарында еңгән ҡыҙҙар автоматик рәүештә бәйгенең финалына үтте. Улар – Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе), Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһе), Гүзәл Наҙарғолова (Пермь крайы), Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһе), Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһе), Лилиә Арыҫланова (Татарстан Республикаһы), Диана Байназарова (Ленинград өлкәһе), Азалиә Әмирова (Мәскәү өлкәһе), Алтынгөл Бикташева (Ханты-Манси автономиялы округы), Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе).
Финалға сыҡҡан ҡыҙҙар ике аҙна дауамында әҙерләнде. Уларҙы сәхнә буйлап йөрөргә, үҙеңде тоторға, йырларға, бейергә, матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәттеләр.
Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың сит төбәктәрҙән килгәндәренең ҡайһы берҙәре саф башҡорт телен белмәй, ә үҙҙәренең диалектында һөйләшә ине. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был һис тә етешһеҙлек түгел. Конкурста ҡыҙҙар әҙәби башҡорт телендә һөйләшергә тырышһа ла, ҡайһы берҙәре диалекттарында ла аралашты. Ә финалға тиклем улар тырышып-тырышып телде өйрәнде, махсус дәрестәр алды.
3 декабрҙә Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бәйгенең финалы уҙҙы. Эйе, тамашасылар элекке кеүек залды тултырып ултырманы, пандемия бында ла үҙ төҙәтмәләрен индермәй ҡалманы – сараға килгән кешеләр залдың 30 процентын ғына биләне. Әммә был иҫ китмәле матур шоу әҙерләп үткәрергә һис тә ҡамасау булманы.
Баһалама төркөмөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляев, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алмас Әмиров, актриса, 1994 йылғы "Һылыуҡай" еңеүсеһе Рушана Бабич һәм башҡалар булды.
Конкурс үҙең менән таныштырыуҙан башланды. Сит төбәктәрҙә үҫкән ҡыҙҙар шул ҡәҙәр рухлы булыуҙары менән һоҡландырҙы, ырыуҙарын, йолаларын яҡшы белә ине. Улар артабан да үҙебеҙҙе башҡорт тип танытасаҡбыҙ, тинеләр. "Беҙ ситтәге башҡорттар түгел, ә Оло Башҡортостандың бер өлөшөбөҙ", – тип әйтеүҙәре иһә тамашасыларҙы айырыуса ҡыуандырҙы.
Һылыуҡайҙарҙың барыһы ла башҡортлоғо менән ғорурланыуын белдерҙе, республика өсөн лайыҡлы шәхестәр булырға теләгәнен әйтте. Араларында әле саҡ мәктәптә уҡып йөрөгәндәре лә, юғары уҡыу йорттарында белем алғандары һәм уны тамамлап эшләп йөрөгәндәре лә бар ине. Сибәркәйҙәр яҡшы белем алып, уңышлы карьера төҙөргә хыялланыуҙары тураһында һөйләне, тик асылдарын, булмыштарын әсә булыуҙа, ныҡлы һәм бәхетле ғаилә төҙөүҙә күреүҙәрен белдерҙе.
Беҙҙең башҡорт матурлыҡ бәйгеләре донъя стандарттарынан айырыла. Башҡорт ҡыҙҙары купальникта йөрөмәй, төп баҫым ҡыҙҙарҙың тәрбиәһе, үҙ-үҙен тотоуы, башҡорт мәҙәниәтен һәм рухын белеүендә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙар тышҡы матурлығы буйынса ла баһаланды. Улар билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһын тәҡдим итте, баһалама төркөмө ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сығыш күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай уҡ ҡыҙҙар бейергә лә оҫта икән – "Аманат" төркөмө егеттәре менән бергә һомғоллоғон күрһәттеләр.
Билдәле булыуынса, "Йәшлек шоу-2020" конкурсы ла Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Уның төбәк еңеүселәре сараны сағыу сығыштары менән биҙәне.
Быйыл бәйге республика бюджетынан финансланды, шуға күрә ҡыҙҙарға бик матур һәм ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән ине. Мәҫәлән, һәр һылыуҡайға һандыҡ бүләк ителде. Башҡорт халҡында ул — тарих һаҡсыһы, генетик хәтерҙе тотоусы. Килен булып төшкән ҡыҙ кейәү йортона һандыҡ менән килә. Әлеге сарала ла ул символик мәғәнәле бүләк булды. Уны ҡыҙҙарға, нәсихәтен әйтеп, сәсәниә Розалия Солтангәрәева тапшырҙы.
Иң тулҡынландырғыс мәл – еңеүселәрҙе асыҡлау. Баһалама төркөмө ағзаларына еңелдән булманы, һәр кем төп бүләккә лайыҡлы ине. Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Артабан тәүге урындарға лайыҡтар асыҡланды. Шулай итеп, өсөнсө урын Мәләүездән Дилә Вәлиевала, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимовала, Бөрйәндән Эльвина Семеновала. Икенсе баҫҡыста иһә – Ырымбурҙан Линиза Солтанғужина һәм Пермдән Гүзәл Наҙарғолова. Ә беренсе урын – Сибайҙан Шәүрә Яхинала.
Гран-приҙы иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Төп бүләк автомобилгә Учалынан Ләйсән Шөғәйепова лайыҡ булды!
Алһыу БИКТАШЕВА, Ханты-Манси автономиялы округы:
– Бөгөн был бәйгелә ҡыҙым Алтынгөл Бикташева ҡатнашты. Ул Сибайҙа тыуып үҫте, VI кластан Нижневартовск ҡалаһына күстек, шунда белем алды. Быйыл үҙ мөхитемдә үҫкем килә тип, Өфөгә Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға килде. Беҙ ситтә йәшәһәк тә тик башҡортса һөйләштек, ҡыҙыбыҙҙа тыуған мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләнек. Ул – һәләтле, тырыш ҡыҙ. Йырлай, хикәйәләр яҙа. Мин уның менән һоҡланам, ғорурланам.
Гөлфиә МОРАТОВА, Өфө ҡалаһы:
– Мин “Һылыуҡай” бәйгеләрен ҡалдырмай йөрөйөм. Шуға күрә ҙур ышаныс менән әйтә алам: быйыл ул бик юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡайһы бер йылдарҙағы кеүек, оҙонға һуҙылып ялҡытҡыс булманы, бик ойошҡан үтте. Үҙем икенсе ҡыҙ өсөн янып-көйһәм дә, еңеүсе ҡыҙ лайыҡлы һайланды тип иҫәпләйем. Бәйгелә сит өлкәләрҙән килгән ҡыҙҙарҙың күп булыуы оҡшаны. Башҡортостанда йәшәгән күптәр улар кимәлендә башҡортса һөйләшә белмәй әле. Ғорурланып ҡарап ултырҙым. Ил кимәлендә булыуы конкурсҡа мәртәбә өҫтәне.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.