Сибайҙың Үҙәк майҙанында төрлө төҫтәргә мансылған пикселле шыршының уттары йәнә тоҡандырылды. Бөгөн уның янында ҙур байрам - Яңы йыл байрамын ҡаршылау сараһы үтте.
Балалар ғына түгел, хатта ололар өсөн мауыҡтырғыс сараны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары ойошторҙо. Барыһына Яңы йыл кәйефе бүләк иткән "Көнбағыш" өлгөлө балалар һәм "Миләш" вокаль ансамбленең сағыу концерттарын да халыҡ яратып ҡабул итте.
Быйыл Үҙәк майҙанда "Ҡурай", "Йыл хужаһы - Һыйыр", "Йөрәк", "Дуға", "Бүләк", Ҡояш" тип аталған арт-объекттарҙың барлыҡҡа килеүенә лә шат сибайҙар. Теләгәндәр әле үк был матур урындарҙа фотоға төшә.
Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә белдергән. "Ышанабыҙ: ҡала халҡына бик оҡшар!" - тигән ул һәм арт-объекттарҙы эшләгәндәргә ҙур рәхмәт әйткән. Улар - ял һәм мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәренән талантлы, креатив команда. Үҙ эшенең оҫталары - Тимур Мөрсәлимов, Раил Латипов, Тимур Исмәғилев, Анатолий Насакин, Евгений Столбов, Илһам Таһиров һәм Линара Рәхмәтуллина.
Рөстәм Афзалов шулай уҡ был проектты тәҡдим иткән һәм уны тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтәнгәрәевкә рәхмәт белдерә.
Таусылар ҡалаһындағы был Яңы йыл арт-объекттары барыһының да күңеленә хуш килер, уны урындағы халыҡ ҡына түгел, Сибайға ҡунаҡҡа килгәндәр ҙә баһалар, янында фотоға төшөр, тау шыуыр, конькиҙа йөрөр, күңелле итеп Яңы йылды ҡаршы алыр тип ышанғы килә.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.