Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2020, 17:30

Өҙҙөрөп баҫа баймаҡтар!

"Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, башҡорт бейеүҙәре көйөн ишетеү менән аяҡтар үҙҙәре бейергә төшә", - ти Илфат Исламғолов.

Ҡышҡы салт аяҙ көн. Ялан-тауҙарҙы иңләп башҡорт тоҡомло аттар тибендә йөрөй. Машинаның радиоалғысынан дәртле башҡорт бейеү көйө яңғырай. Йөрәгендә башҡорт моңон, йыр-көйҙәрен йөрөткән, бала саҡтан бейергә яратҡан Баймаҡ егете Илфат Исламғолов түҙеп тора алмай...
Уның юл сатында рәхәтләнеп башҡортса бейегән видеоһы бар социаль селтәрҙе шаулатты.
Аҡморон ауылында тыуып үҫкән егет мәктәп йылдарында бейеү түңәрәгенә йөрөй. Артабан Сибай институтында Илфат өсөн яңы мөмкинлектәр асыла: икенсе курстан уҡыу йортоноң "Ете ырыу" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Бөгөн дә бейеүгә битараф түгел, үҙе әйтмешләй, "Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, башҡорт бейеүҙәре көйөн ишетеү менән аяҡтары үҙҙәре бейергә төшә".
Кәләше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Мәҙинә, Урал һәм яңыраҡ ҡына тыуған Асия. Һәр саҡ шулай тормоштан йәм табып, йыр-моң яратып, баймаҡтарса рәхәтләндереп, ойоҫҡота баҫып бейеп йәшәгеҙ!
Фото һәм видео Илфат Исламғоловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас