14 декабрҙә Өфөләге Ҡала мәҙәни ял үҙәгендә (“Химик” мәҙәниәт һарайы) Башҡорт теле көнөнә арналған “Теле барҙың – иле бар” тип аталған концерт үтә. Ошо матур байрам айҡанлы “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙенсәлекле программа менән сығыш яһай.
“Мираҫ”тар был көндө тамашасылар иғтибарына үҙ репертуарындағы иң аҫыл өлгөләрҙе тәҡдим итмәксе. Улар араһында “Йыуаса”, “Оҫта ҡулдар”, “Салауат мираҫы” һәм башҡа сығыштар буласаҡ. Шулай уҡ билдәле һәм һирәк башҡарылған йырҙар яңғыраясаҡ.
Белеүебеҙсә, бөгөн “Мираҫ” ансамбле – республиканың иң билдәле коллективтарының береһе. Ул бейеү һәм йыр төркөмдәрен, халыҡ инструменттары ансамблен һәм оркестрын берләштерә. Ансамблдең репертуарындағы бейеү һәм йыр өлгөләре – халҡыбыҙҙың иң аҫыл мираҫы ул. Шулай уҡ коллектив Рәсәй һәм сит ил халыҡтары фольклоры менән таныштыра.
Башҡорт теленә арналған был матур тамаша 19.00 сәғәттә башлана.