Айнур Асҡаровтың М. Кәрим повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” кинокартинаһы Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы фильм тип танылған. Режиссер ҙур ҡыуанысы тураһында социаль селтәрҙә яҙған, диплом һүрәте менән уртаҡлашҡан.
Фестиваль ноябрь аҙағында Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһында үткән. Пандемияға бәйле шарттарҙа ул ҡатнашыусылар өсөн онлайн тәртибендә булған.
Ҡытай халыҡ-ара балалар киноһы фестивале 1989 йылда ойошторола башлай. Ул ике йылға бер үткәрелә. Быйылғы фестивалдә донъяның 20-нән ашыу ил һәм төбәктәренән 34 картина ҡаралған.
Әлеге награда “Өс таған”дың тәүге еңеүе түгел. Ул инде байтаҡ кинофестивалдәрҙә юғары баһа алып өлгөрҙө. Пандемия сәбәпле киноны республика буйлап прокатҡа сығарыу әлегә кисектерелеп килә.
“Өс таған”дың ижади төркөмөн сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ.