Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2020, 18:15

Салауат Итбаев вафат...

Ҡайғылы хәбәр килде: Өфөлә билдәле артист, Башҡорт дәүләт филармонияһы, телевидение ветераны Салауат Итбаев яҡты донъянан киткән.

Ҡайғылы хәбәр килде: Өфөлә ауырыуҙан һуң билдәле артист, Башҡорт дәүләт филармонияһы, телевидение ветераны Салауат Итбаев яҡты донъянан киткән. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер, һөйләү жанры, сценарийҙар оҫтаһы быйыл 18 июлдә 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.
Күренекле сәхнә оҫтаһы Ейәнсура районының Бикбау ауылында тыуған. Ул 300-ҙән ашыу постановка - театрлаштырылған тамашалар, концерттар, юбилей программалары, байрам саралары, Хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Мәскәүҙә, Төркиәлә үткән фестивалдәр сценарийҙары авторы һәм режиссеры булды. З. Исмәғилев, Н. Нәжми тураһындағы видеофильмдар, “Шәжәрә” тарихи телеочерктары, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” телешоуы һәм башҡа күп тапшырыуҙар уның режиссерлығында төшөрөлдө.
Өс ай элек С. Итбаевтың улы, Сибай башҡорт драма театры актеры Марс Итбаев вафат булғайны.
Мәрхүм менән бәхилләшеү иртәгә, 12 декабрҙә, көндөҙгө 4-се яртыла Сәскәле (Цветочная) урамы, 2 адресы буйынса үтә.
Халыҡ ихтирамына лайыҡ күренекле шәхестең яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас