Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Декабрь 2020, 16:00

Шағирҙың исеме мәңгеләштерелде

Күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының почетлы гражданы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге премиялар лауреаты, күренекле шағир Әсхәл Әхмәтҡужин иҫтәлегенә үҙе йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.
Шағир был йортта оҙаҡ йылдар йәшәп ижад итә. Таҡтаташ ҡуйыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, шағирҙың ҡатыны Лүзә ханым, улы Азамат һәм райондың әҙәбиәт һөйөүселәре, шағирҙың ҡәләмдәштәре ҡатнашты.
Әсхәл Әхмәт-Хужа - башҡорт поэзияһына ҙур өлөш индергән шағирҙарҙың береһе, уның 30-ҙан ашыу шиғырҙар китабы бар.
Фото: "Осҡон" редакцияһы сайты.
Читайте нас