Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Декабрь 2020, 12:15

Бәхил бул, рәссам

Коронавирус сираттағы ҡорбанын алды.

Коронавирус ҡорбандар алыуын дауам итә. Сир бер кемде лә аямай. Бөгөн биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫтаһы, рәссам Ләлә Ғәлиеваның был донъянан китеүе тураһында билдәле булды. Башҡортостан Рәссамдар союзынан белдереүҙәренсә, ул реанимация бүлексәһендә, коронавирустан һәләк булған. Рәссамдың яҡындары һәм туғандары шок хәлендә, быға улар һаман ышана алмай.
Ләлә Нәүфәл ҡыҙы 1961 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Ул рәссам, керамист, скульптор һәм график. 1993 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан, Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
Уның эштәре М. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы, “Урал”, “Мираҫ”, “Рони” галереяларында, ”Байкал-Керамистика” халыҡ-ара симпозиумы коллекцияһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа бар. Уның керамика, фарфор һәм балсыҡта башҡарған эштәре күп. Интерьер һәм экстерьер скульптуралар, бәләкәй пластика әҫәрҙәре һәм этник инструменттар булдырған.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә 14 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем Көньяҡ зыяратының хушлашыуҙар залында була.
“Башҡортостан” гәзите уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас