Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Декабрь 2020, 01:55

Бөйөк Ғәзиз Әлмөхәмәтов иҫтәлегенә

Башҡорт теле көнөндә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығына арналған тантаналы концерт булды.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ютубтағы каналында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығына арналған тантаналы концерт булды.
Шәхестең Башҡортостан мәҙәниәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул танылған йырсы һәм композитор ғына түгел, ә башҡорт профессиональ сәнғәтенә нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе. Ғәзиз Сәлих улы шулай уҡ оҫта ойоштороусы, ҙур йәмәғәт эшмәкәре лә була. Концерттар менән, фольклор экспедицияларында йөрөгәндә ул һәр саҡ яңы таланттар эҙләй, киләсәктә танылыр күп музыка оҫталарының кәңәшсеһенә әүерелә.
Башҡортостанда милли музыкаль театр төҙөү Ғ. Әлмөхәмәтовтың оҙаҡ йылдар күңелендә йөрөткән яҡты хыялы була. Тап ул Мәскәү консерваторияһында уҡытыу өсөн башҡорт студияһы төркөмөн туплай. Ошо сығарылыш артистары яңы театрҙағы опера труппаһының төп көсөнә әйләнә.
Әлеге концерт-бағышлау - Ғ. Әлмөхәмәтовтың ижадын, талантын һөйгәндәрҙең шәхес хаҡындағы һүрелмәҫ хәтирәләре сағылышы ул. Был кистә театр сәхнәһендә опера труппаһы солистары Лилиә Халиҡова, Гөлнара Вәлиева, Эльвира Фәтихова, Иҙел Аралбаев, Айгиз Ғиззәтуллин, Рим Рәхимов, Әлим Ҡәйүмов, Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов һәм Айтуған Вәлмөхәмәтовтар сығыш яһаны. Тамашала шулай уҡ танылған артистар Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, Артур Ғайсаров, Хәлит Фәтихов ҡатнашты.
Концерт программаһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов әҫәрҙәренән торҙо, билдәле опера ариялары, халыҡ яратып тыңлаған башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары яңғыраны. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, баш ҡаланың “Festa” һәм “Өфө шаңдауы” (“Эхо Уфы”) ансамблдәре бейеүҙәре лә тамашаға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хоры, симфоник оркестры ҡатнашлығында үтте. Дирижерҙар – Артем Макаров, Марат Әхмәт-Зарипов, Герман Ким һәм Фәрит Иҙрисов.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: