Бинаның ҡыйығы, ишек, тәҙрәләр, электр, йылылыҡ системаһы, тышҡы торбалар, өлөшләтә иҙән, түшәм таҡталары алмаштырылды, янғынға ҡаршы ҡулайламалар ҡуйылды. Матди-техник базаны яңыртыу йәһәтенән техник ҡорамалдар, мультимедиялы аппаратура, спорт кәрәк-ярағы, кабинеттарға йыһаз, тамашасылар өсөн креслолар, сәхнә кейемдәре һатып алынды.
Әле коронавирус эпидемияһына ҡарамаҫтан, ауыл мәҙәниәт йортонда эш туҡтап тормай. Белгестәр онлайн тәртибендә төрлө саралар, әңгәмәләр, конкурстар үткәрә, түңәрәктәр, репетициялар юғары әҙерлек тәртибе талаптарын иҫәпкә алып ойошторола.