Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Декабря 2020, 19:15

"Миләш"тәр ниндәй яҙмаларға өҫтөнлөк бирә?

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял йортонда эшләп килгән "Миләш" халыҡ вокал ансамбле ҡыҙҙары "Башҡортостан" гәзитенә яҙылды!

Ысын дуҫтар ауыр саҡта һынала тигәндәй, гәзит-журналдарға яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоронда Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән "Миләш" халыҡ вокал ансамблендә шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар "Башҡортостан" гәзитенә яҙылды.
Ансамблдең алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йырҙар конкурсы лауреаты, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова белдереүенсә, быйыл ансамблдең барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулған. 2000 йылда ҡаланың төрлө тармағында эшләгән, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙан торған төркөмдөң составы үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, уның асылы һәм булмышы шул көйө ҡалған.
"Үҙебеҙҙең юбилей миҙгеленә яңы йырҙар ижад итеп, төрлө милләт йырҙарын өйрәнеп, бик матур кисә үткәрергә уйлағайныҡ, әммә коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер аҙ пландарҙы үҙгәртте. Тик беҙ ижад итеүҙән, йыр-моңдан айырылғаныбыҙ юҡ. Онлайн-концерттар ҡуябыҙ, өр-яңы йырҙар өйрәнәбеҙ. Үҙемдең әхирәттәремә дөрөҫ тын алыу буйынса төрлө күнекмәләр өйрәтәм, был үҙе үк сәләмәт булыуға ҙур файҙа килтерә. Икенсенән, йырлаған кешенең тыны иркен була, шуға күрә беҙгә коронавирус афәте ҡурҡыныс түгел, шулай ҙа һаҡланыу сараларын да инҡар итмәйбеҙ.
"Башҡортостан" гәзитен яратып уҡыйбыҙ, ундағы сәнғәт, мәҙәниәт тураһындағы мәҡәләләрҙе, сәнғәт кешеләре менән булған әңгәмәләрҙе даими күҙәтеп барабыҙ. Бигерәк тә башҡа төбәктәрҙәге мәҙәни тормош яңылыҡтары, төрлө конкурстар хаҡындағы яҙмаларға өҫтөнлөк бирәбеҙ", - ти Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.
Пандемия осоронда ансамблдең тулы составын йыйып, фотоға төшөрә алманыҡ, әммә улар ҙа гәзиткә яҙылыуҙан ситтә ҡалманы.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. "Башҡортостан" гәзите йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ - 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы - 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп почта аша йәки электрон адресҡа (bashgazeta@mail.ru) ебәрегеҙ.
Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Фотола: "Миләш" ансамбленә тәүге көндәрҙән үк йөрөгән Фәриҙә Биктимерова, йәштәр - Миңзәлә Ғәйнуллина, Рүзилә Яйыҡбаева, Гөлфиә Бикбаева һәм Дилбәр Алтынаманова.
Автор фотоһы.
Читайте нас