Ошо көндәрҙә Иглин халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Район мәҙәниәт йорто нигеҙендә яңыртылған кинотеатр асылды. Объектта эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарылды.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Иглин районы Кино фонды конкурсында ҡатнашҡайны. Һөҙөмтәлә район үҙәгендәге мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре кинозалды үҙгәртеп ҡороу өсөн биш миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. 260 урынлыҡ кинозал 3D һәм 2D һанлы форматтарында фильмдар күрһәтеү маҡсатында заманса ҡорамалдар, заманса экран һәм тауыш системаһы менән йыһазландырылған. Өҫтәмә рәүештә касса техникаһы, мәғлүмәт-реклама панеле һәм 3D күҙлектәр һатып алынған.
Кинотеатр “Космос” тип атала. Иглин ауылында йәшәгән райондың почетлы ветераны Вера Георгиевна Старухина әйтеүенсә, 1960 йылдарҙа ошондағы кинотеатрҙың тәүге атамаһы ла нәҡ “Космос” булған.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.