18 декабрҙә Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова Беренсе каналда барған “Тауыш” тапшырыуында – тура эфирҙа – сығыш яһаны.
Полина Гагарина командаһындағы яҡташыбыҙ, 17 йәшлек Яна Ғәббәсова казактарҙың “Һинең өсөн түгел” тигән йырын бик оҫта башҡарҙы. Сағыу сығышы һөҙөмтәһендә ярымфиналға сыҡты. “Проектта ҡатнашҡан осорҙа Яна ныҡ үҫте”, – тине уның хаҡында Полина Гагарина. “Яна беҙҙе художестволы сығышы менән ҡыуандырҙы”, – тине Валерий Сюткин. Баста лидеры Василей Вакуленко ла, Сергей Шнуров та яҡташыбыҙҙың сығышын юғары баһаланы.
Полина Гагарина Янаға 50 процентлы бонус “бүләк итһә”, тағы тамашасыларҙың 54 проценты йәш йырсы өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, яҡташыбыҙ 104 процент тауыш йыйып, ярымфиналға сыҡты.