Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2020, 06:30

Асылыңдан... аҡылыңдан яҙма!

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә сыҡҡан өр-яңы "Әмилә" спектакле ниндәй һабаҡ бирә?

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыларҙы йыл аҙағында премьера менән ҡыуандырҙы: Николай Крашенинниковтың “Әмилә” романы буйынса ҡуйылған ошо уҡ исемдәге спектакле сәхнәгә сыҡты.

Был тамашаға арналған матбуғат конференцияһында уҡ театрҙың художество етәксеһе Айрат Абушаһманов спектаклдең бығаса осрамаған ғәҙәти булмаған ҡуйылышына иғтибарҙы йүнәлткәйне. Николай Крашенинниковтың бынан бер быуат ашыу элек яҙылған “Әмилә” романы үҙе үк сюжет йәһәтенән үҙенсәлекле әҙәбиәт өлгөһө булараҡ билдәле: имсәк сағынан үк рус мөхитенә эләгеп, дворяндар ғаиләһендә үҫкән, әммә бар булмышы менән тыуған Ырымбур далаларына, башҡорт донъяһына тартылған Әмилә исемле башҡорт ҡыҙының яҙмышы әҫәрҙе уҡыған бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Әҫәрҙе Башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһенә сығарыуға хореограф Алина Мостаеваның өлөшө ҙур. Тап ул “Әмилә”не бейеү теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә, Айрат Абушаһманов спектаклдең ҡуйыусы режиссеры булһа, Алина Мостаева – уның пластика режиссеры. Николай Крашенинниковтың “Әмилә” романы рус телендә, уны сәхнәгә сығарыу өсөн башҡорт теленә Динара Ҡәйүмова тәржемә итә, инсценировка авторы - Азалия Балгазина.

Эйе, спектакль театр ҡуйған башҡа сәнғәт әҫәрҙәренән айырыла – бында башлыса хәл-ваҡиғалар бейеү хәрәкәттәре ярҙамында башҡарыла.

Спектаклдең башында Сәғиҙулла Байегеттең ҡурай уйнауы тамашасыларҙы үткән быуатта йәшәгән дала башҡорттары мөхитенә сумдыра. Әйткәндәй, Сәғиҙулла Байегет, Ринат Баймырҙин, Морат Рафиҡов был сәхнә әҫәрендә, образлы итеп әйткәндә, башҡорт халҡын һынландырғандай – әзмәүерҙәй ир-егеттәр Әмиләнең юлында кәрәк саҡта хасил булып, уның асылына, тыуған еренә, теленә булған һөйөүен нығыта, рух ныҡлығы һағында тора кеүек.

Бәләкәй Әмиләне ете йәшлек Фатима Нуриева уйнай. Ошо уҡ театр актрисаһы, билдәле сәхнә йондоҙо Алһыу Бәхтиеваның ҡыҙы ҙур сәхнә менән күптән таныш: ул “Шәмсетдин менән Шәмсүрә” спектаклендә балҡып өлгөргән икән. Әмиләнең туған тейешле кешеһен, дворянка Анна Петровнаның хеҙмәтсеһе Әхмәтте Алмас Әмиров уйнаһа, Анна Петровна ролен Гөлнара Әмирова башҡара. Сәхнә әҫәренең тәүге өлөшөн был ижади өсмөйөш айырым мөхиткә – йылы, өй мөхитенә, туғандарса мөнәсәбәткә сорнаны.

Әхмәттең үлеме һөҙөмтәһендә Әмиләнең христиан динен ҡабул итеүе, тулыһынса икенсе милләт шауҡымына күсеүе, институтта уҡыуы, әммә үҙенең телен дә, асылын да, башҡорт ҡыҙы булыуын да онотмауы – артабан был ваҡиғалар сылбыры күберәк бейеү хәрәкәттәре аша күрһәтелә. Инде буй еткергән Әмиләне Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һынландырһа, институт уҡытыусыһын Алһыу Ғәлина, Әмиләнең курсташ ҡыҙҙарын Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хәйсәрова, Зиләрә Юлтаева, Гөлмирә Исмәғилева уйнай.

Был спектаклдә Гөлнара Ҡаҙаҡбаеваның һәләтле драма актрисаһы ғына түгел, оҫта бейеүсе булыуына инандыра – уның башҡарыуындағы “Дала саҡырыуы” бейеүен тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел. Спектаклдәге сюжет һыҙығы буйынса, был бейеү аша Әмиләнең тыуған башҡорт далаһын юҡһыныуын тойғанда – бигерәк тә.

“Әмилә” спектаклендә тағы бер сәхнә әһеле үҙенең бейеүсе оҫталығы менән әсир итә – Урал Әминев Әмиләгә ғашиҡ Александр исемле егет ролен башҡара. Уралдың һығылмалылығын “Руди never off” спектакле аша театр һөйөүсе яҡшы белә. “Әмилә”лә Урал менән Гөлнара ғәжәйеп бейеү дуэты тыуҙырыуға иреште.

Спектаклде башынан аҙағына тиклем музыка оҙатып бара – Урал Иҙелбаев етәкселегендәге театр оркестры музыканттарының ижад һәм хеҙмәт емеше.

“Әмилә” хаҡында һөйләгәндә, был спектаклдең йыйнаҡ булыуы хаҡында әйтеп үтке килә, әммә ошо йыйнаҡлығына ҡарамаҫтан, тулы бер романдағы хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәлә тергеҙеүгә өлгәшелгән.

Тамашаның аҙағында Әмиләнең үҙ туйынан тура үҙ далаларына – башҡорттарына ҡасыуын, йәғни ҡайтыуын, иң аҙаҡ ҡурайҙа туған көйҙәрҙе һыҙҙырған ҡурайсыға һыйыныуын сит мөхиттә үҫеп тә үҙ асылына тоғро ҡалған сая башҡорт ҡыҙының, ниһайәт, үҙ халҡы ҡосағына, шул тормошҡа сумыуы менән аңлатырға мөмкин.

Ирекһеҙҙән, был ваҡиғаларҙы, Әмиләне бөгөнгө ысынбарлыҡ менән сағыштырып ҡуяһың – башҡорт ерендә, башҡорт мөхитендә йәшәп тә, асылынан яҙғандар күпме... Был йәһәттән Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған “Әмилә” спектакле уйланырға мәжбүр итһен ине.

Автор фотоһы.

ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:

Читайте нас