Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Декабрь 2020, 20:45

"Һоҡланыуҙан башҡа бер ни ҙә әйтеп булмай"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансаблдең концертын ҡараны.

Бөгөн, 22 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең отчет концертын ҡараны. Тамаша Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте.
Данлыҡлы хореография коллективы “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итте. Тап ошо программа өсөн улар ЮНЕСКО-ның “Донъя илсеһе” исемен һәм Парижда “Биш континент”тың алтын миҙалын алған. Уның эсенә “Зарифа”, “Өс ағай”, Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле “Ете ҡыҙ” башҡорт бейеүҙәре ингән. Тамашасылар яңы ҡуйылған рус һәм черкес бейеүҙәрен дә йылы ҡабул итте.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, ансамбль ике тамаша тәҡдим итте: Фая Гәрәеваның 1985 йылғы “Ҡаҙҙар-аҡҡоштары”ның тергеҙелгән хореографик композицияһын һәм Марат Кәримов ҡуйған Һалдат сюитаһын.
“Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын Өфөлә концерттар серияһы булараҡ күрһәтәләр, улар барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп башҡарыла. Тамашасылар битлек һәм бирсәткәләрҙә килә. Залда кешеләр һаны 30 проценттан артмай. Быға тиклемге концерттар 2 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында һәм 9 декабрҙә “Химик” мәҙәниәт һарайында үтте.
Тамашанан һуң Башҡортостан Башлығы ансамбль коллективы менән аралашты, бейеүселәрҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм, концерт костюмдарын яңыртыуҙа ярҙам итәсәкмен, тине.
– Һеҙ - ысын һөнәри ижади коллектив, Башҡортостандың ғорурлығы, тырышлыҡ һәм матурлыҡ өлгөһө. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһағыҙ ҙа, һоҡланыуҙан башҡа бер ни ҙә әйтеп булмай, – тине Радий Хәбиров. – Санитар-эпидемиологик сикләүҙәр мәңгегә индерелмәгән. Яҡын арала Рәсәй һәм сит ил тамашасылары яңынан һеҙҙең оҫталыҡҡа һоҡлана алыр тип ышанам.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас