Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2020, 00:00

Ришат Төхвәтуллин: "Ғаиләбеҙ ишәйҙе"

Был яңылыҡҡа һөйөнгән дуҫтары йырсыға нимә тип кәңәш бирә, ниндәй теләктәрен еткерә?

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың ғаиләһендә - ҡыуаныслы ваҡиға.
Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, уның һеңлеһе Айгөл менән кейәүе Илгиз тәүге тапҡыр әсәй-атай булған. Бәләкәс 20 декабрҙә донъяға килгән.
Әйткәндәй, Айгөл дә бик матур йырлай. Ул ағаһының концерттарында сығыш яһағаны бар. Инстаграмдағы яҙылыусылары Ришат Төхвәтуллинға ла кәләш алырға кәңәш бирә, тормош ҡороп, балалар үҫтереүен теләй.
Яратҡан йырсыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ, сабый һау-сәләмәт булып үҫһен!
Фото: kzchelny.ru
Читайте нас: