Әҙибәнең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә ап-аҡ ҡарҙар ғына түгел, көрт араһында төшкән фотоларын, ҡырыҫ яҡтарға бәйле ҡыҫҡа яҙмаларын күреп, күп халыҡ аһ итте. Ул Алыҫ Төньяҡҡа, арктик зонаға тиклем барып етеп, аҡ айыуҙарға күршеләш тигәндәй йөрөп ятҡан булып сыҡты! Тәнзилә апайҙың сая рухлы икәне яҡшы билдәле. Әммә, нисек кенә ҡыйыу булма, ер сигенә тигәндәй барып етергә йөрьәт итеү өсөн нескә хисле, романтик күңелле ҡатын-ҡыҙға ниндәй йөрәк, ниндәй сәбәп кәрәк һуң?! Быны белеү өсөн, Өфөгә ҡайтып етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, Тәнзилә Сәлих ҡыҙы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
“Әҙәм балаһын яҙмыш йөрөтә, – тип башланы һүҙен шағирә. – Тик торғандан ғына кеше әллә ҡайҙа сығып та китмәйҙер. Алыҫ Төньяҡҡа тиклем юлға сығыуымдың сәбәбе - бер көн килеп үҙемдең ижад мөмкинлектәрем һайыҡҡанын аңланым. Ҙур әҫәр яҙғы килә, ә нимәнән тотоп башларға белмәйем... Шул мәлдә Себер тормошо менән ҡыҙыҡһынып киттем”.
Шулай башлана уның өс айлыҡ “ижади командировка”һы. Ҡыйыу ханым Төньяҡ боҙло океандың Карск диңгеҙе яғына тиклем барып етә. Ҡаласыҡҡа аҡ айыуҙар килеп сығыуы мөмкин, шуға яңғыҙ йөрөргә ярамай, айырыуса буран ваҡытында, тип иҫкәртәләр.
Тыуған яҡтан, яҡындарынан айырылып, ер аяғы, ер башында эшләп йөрөргә мәжбүр ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр үҙҙәре менән бер ҡатар тир түккән әҙибәгә эс серҙәрен сисә, тормоштары хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлә был алыҫ сәйәхәттән Тәнзилә апай әҫәр яҙырлыҡ бай материал туплап ҡайта.
“Мин эшләгән ерҙә интернет булманы, телефондан да рәхәтләнеп һөйләшеү мөмкинлеге юҡ ине. Вагон янында ултырғысҡа баҫып ҡына һөйләшә инек. Бөтә мобиль селтәрҙәр ҙә тотманы, етмәһә. Ҡайтыр саҡта ғына интернет үткәреп, медпункт эргәһенә тәрилкә ҡуйҙылар. Бөтә халыҡ шунда эркелде. Буранда ла, һыуыҡта ла, өйгә үҙебеҙҙең хәлде белдерергә тип, эштән һуң шунда йүгерә инек. Ватсаптан яҙғанда ҡул туңмаһын өсөн, бирсәткәнең бер бармағын тишеп тә алдыҡ”, – тип һөйләй әҙибә. Ғөмүмән, цивилизация шарттарынан айырылып тигәндәй, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәү, эшләү ижади күңелде башҡа төрлө тәьҫораттар менән байыта, бәхеттең асылын яңыса асырға ярҙам итә...
Киләсәктә “Башҡортостан” биттәрендә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ҡыйыу сәйәхәтенә бәйле яҙмаларҙы тулыраҡ уҡый алырһығыҙ!
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.