“Ғәзиз халҡым”, “Аҡ майҙарҙа – аҡ вәғәҙәләр”, “Һанама, кәкүк”, “Түбәнге Әүрез ауылы”... Ошо һәм башҡа бихисап популяр йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев бөгөн 60 йәшен билдәләй. Уның йырҙарын Башҡортостанда ла, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр, яратып башҡаралар.
Роберт Ғәфүр улы Тимербаев Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Унда эшләгән йылдарында (1978 - 1999) тотош Рәсәйҙе урап сыға, Германия, Франция, Италия, Голландия, Таиланд, Ғәрәб Әмирлектәре, Төркиә кеүек сит илдәрҙә сығыш яһай. 1999 йылда ул “Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар” тигән төркөм төҙөй һәм ижади эшмәкәрлеген шаулап-гөрләп дауам итә.
Яҡын дуҫы, ижадташы Рәмил Сурағол бына нимә тип яҙа: "Ижади Дуҫым, Братым, Ут күршем... Йөҙәрләгән популяр йыр авторы, композитор Роберт Ғәфүр улы Тимербаевтың ғүмер байрамы - данлы юбилейы бөгөн! Уны ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә һәм тормош бәхете теләйбеҙ. Яңынан-яңы ижади балҡыштар булһын! Халыҡ һинең йырҙарыңды ярата, Роберт! Һинең йырҙар ҡайғы-хәсрәттәрҙе баҫа, шатлыҡтарҙы арттыра!”
Беҙ ҙә ошо матур теләктәргә ҡушылабыҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, маэстро!
Фото Р. Тимербаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.